Шулай итеп, быйыл 3 139 урынлыҡ 21 балалар баҡсаһы асыласаҡ, 2020 йылда 3 890 урынлыҡ тағы 24 мәктәпкәсә ойошма үҙ эшен башлар, тип планлаштырыла. Ошо маҡсатта быйыл 3,1 миллиард, шул иҫәптән федераль бюджеттан 2,3 миллиард һум аҡса сарыф ителәсәк.
Радий Хәбиров төҙөүселәр билдәләнгән ваҡытҡа бар объекттарҙы ла тапшырып өлгөрөрмө тип ҡыҙыҡһынды. Республиканың Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов, Өфөләге Инорс биҫтәһендә балалар баҡсаһы – ноябрҙә, Өфө районының Дмитриевка ауылында декабрҙә тапшырыласаҡ, тип хәбәр итте. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин баш ҡалалағы Сипайлово биҫтәһендәге Яр буйы урамында балалар баҡсаһында биҙәкләү эштәренең башланыуы хаҡында һөйләне.
Әйткәндәй, республикала беренсе, шулай уҡ өсөнсө, артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә. Быйыл ете айҙа 10 меңдән ашыу ошондай ғаилә, дөйөм алғанда, 1,1 миллиард һумдан ашыу түләүҙәр алған.
Юрий Мельников һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл башынан 1 100 ЭКО процедураһы эшләнгән. Был иһә демография мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итә.
– “Демография” милли проекты сиктәрендә өлкән йәштәгеләр ҙә дәүләт ярҙамын тоя, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы. – Пневмокок инфекцияһына ҡаршы вакциналар һәм социаль хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу өсөн микроавтобустар һатып алынды. Пенсия алдындағы меңдән ашыу кеше яңы һөнәр буйынса уҡып сыҡты. Фото: glavarb.ru