Шешә, пластик һауыттар, ҡағыҙ кеүек көнкүреш ҡалдыҡтарының барыһын да бер урынға түгел, ә айырып һалыуҙы элек күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Ярамаған урынға ташланған ҡыйҙы, өйөлгән сүплекте асыҡлау, ҡыҫҡаһы, тәбиғәтебеҙҙе бысратыуға юл ҡуймау – һәр беребеҙҙең мөҡәддәс бурысы.