Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Август 2019, 10:43

Милли проект: туристарға ҡайҙан сувенир алырға?

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин6 августа Өфөнөң "Ҡунаҡһарай" сауҙа комплексында "Башҡортостан Республикаһының туристар өсөн сувенирҙар-2019" республика конкурсы уҙа. Унда сувенир әйберҙәрен етештереү һәм һатыу өлкәһендәге оҫталар ҡатнаша ала.

Еңеүселәргә иһә октябрҙә Һарытау ҡалаһында уҙасаҡ "Туристар өсөн сувенирҙар" Бөтә Рәсәй конкурсының финалында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә.


Сара барышында семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ, "Туристар өсөн сувенирҙар" Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған ФРОС Region PR идаралығы рәйесе Геннадий Шаталов сығыш яһаясаҡ.


Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, конкурс Милли проекттар сиктәрендә "Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу" төбәк милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла.


Конкурста ҡатнашыу бушлай. Ғаризаларҙы visit-ufa.ru сайтында ҡабул итәләр, шулай уҡ 8 (347) 222-4-888 телефоны буйынса мәғлүмәт алырға мөмкин.



Читайте нас: