Геннадий Разумикин белдереүенсә, социаль йәһәттән әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыу хаҡы башта 2,5 миллиард һум тәшкил иткән. Электрон аукцион үткәреү һөҙөмтәһендә, ҡаҙна сығымдарын 1,7 миллиард һумға тиклем кәметеүгә өлгәшелгән. Һөҙөмтәлә 2021 йылға тиклем өс мең самаһы социаль объект – ФАП-тар, мәктәптәр, урындағы үҙидара органдары – донъя селтәренә ҡушыласаҡ. Үҙ сиратында, был ауыл халҡына ла интернет селтәренә тоташыуҙы еңелләштерәсәк.
– Һанлаштырыу процестарына иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарында ла әүҙемерәк тотоноғоҙ. Ғөмүмән, һанлаштырыуға бәйле ғәмәлдәр бер ҡулда булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров сара барышында.