Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Август 2019, 11:30

Торлаҡ һәм ҡала мөхите

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Әле торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһында 6,5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Улар быйылғы 4 айҙа 3000-дән ашыу кешегә күберә. Был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Программаны финанслау 2,5 тапҡырға арттырылған – йылына 235 миллион һумға тиклем. Былтыр -106 миллион һум булған. 2017 йылдан алып ошо программа буйынса 1600-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.


Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау программаһында 18 йәше тулған, банк вкладтарында 3-6 йыл дауамында аҡсаһы йыйылған граждандар ҡатнаша. Улар артабан ташламалы ставка буйынса ипотека алыу хоҡуғына эйә. Төбәк власы программала ҡатнашыусыларға айлыҡ тупланған взностар суммаһынан 30 процентҡа тиклем күләмдә субсидия түләй.


2024 йылға ипотека буйынса уртаса ставканың йыллыҡ күләмен 7,9 процентҡа тиклем кәметеү – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты маҡсаттарынан.

Зөлфиә Байғусҡарова әҙерләне.



Автор новости: Зульфия Байкучкарова

Читайте нас: