“Бөгөн беҙҙең дәүләт учреждениеларына – урман хужалыҡтарына – илле берәмек техника һәм ҡорамалдар тапшырыла. Улар ярҙамында урмандарҙы тергеҙеү, үҫтереү йәһәтенән комплекслы саралар үткәреләсәк, – тине Илшат Фәзрахманов. – Йыл аҙағына тиклем 100 миллион һум тирәһе суммаға тағы ла техника алынасаҡ. Һөҙөмтәле эш күрһәткән учреждениеларға техника беренселәрҙән булып бирелде”.