Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июль 2019, 12:40

Бер мең кеше бушлай уҡыясаҡ

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан Башҡортостан “Һанлы иҡтисад” милли проекты буйынса һанлы технологияларға бушлай уҡытыу эше тормошҡа ашырыласаҡ биш пилот төбәк иҫәбенә инде. Быйыл республикаға ошо маҡсатта бер мең сертификат бирелә.

“Уларҙың һәр береһе – 15-әр мең һум. Уҡытыу “Һанлы иҡтисад” милли проекты буйынса федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға алып барыласаҡ”, – тип хәбәр иттеләр Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән.


Белем биреүҙе республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары, колледждары, ҙур предприятиеларҙың өҫтәмә белем биреү үҙәктәре белгестәре үҙ программалары буйынса ойошторасаҡ. Ун алты йәштән алып хаҡлы ялға сығыу ваҡытына еткән өлкәндәргә тиклемге кешеләр сертификат алыу хоҡуғына эйә.


Билдәле булыуынса, “Һанлы иҡтисад” милли проекты алты федераль проектты үҙ эсенә ала: һанлы мөхитте норматив көйләү, мәғлүмәт инфраструктураһы, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, һанлы технологиялар һәм һанлы дәүләт идаралығы.


Милли проектты дөйөм финанслау күләме – 1,5 триллион һумдан ашыу.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: