Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июль 2019, 10:34

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ниндәй проекттар тәҡдим ителде?

#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә.

Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.


Хужалыҡ итеүҙе үҫтереү – агросәнәғәт комплексының төп бурыстарының береһе. Ул халыҡтың мәшғүллеген һәм етештереү күләмен арттырыуҙы гарантиялай. Яңы эш башлаған фермерҙар, бәләкәй бизнес өсөн дәүләт ярҙамының яңы формаһы – “Агростартап” гранттары. Тап ошо программала ҡатнашырға теләгәндәр менән кәңәш ҡоролдо Ғафури районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә.


Йүнселдәр урындағы етәксе Фәнзил Сыңғыҙовты үҙ проекттарының асылы менән таныштырҙы. Мәҫәлән, Баҡраҡ ауылынан Лилиә Күскилдина йылҡы фермаһы булдырырға теләй, Антоновканан Николай Николаев ит-һөт йүнәлешендәге ғаилә фермаһы асырға ниәтләй, ә Красноусолдан Миңһылыу Юлъяҡшина һарыҡ үрсетергә маҡсат иткән.


“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә шулай уҡ “Ғафури” ауыл хужалығы комплексы вәкилдәре ит эшкәртеү буйынса производство булдырыу йәһәтенән проектын тәҡдим итте.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: