Фондтан республика 282,42 миллион һум аласаҡ, өҫтәүенә төбәк ҡаҙнаһынан 63,4 миллион бүлеү ҡаралған. Ошо сумма дөйөм майҙаны 8,38 мең квадрат метр булған ун муниципаль берәмектә авария хәлендәге 206 торлаҡтан 666 кешене күсереүгә йүнәлтелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2024 йылға тиклем әлеге милли проектҡа ярашлы 2500-ҙән ашыу граждан яңы йәшәү урынлы булырға тейеш. Был йәһәттән республикала адреслы программа ла раҫланды.
Программаны дөйөм финанслау күләме – 1649,22 миллион һум.
Әле республиканың ҡала-райондарында халыҡты авария хәлендәге йорттарҙан күсереү буйынса эш бара.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан