Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы тармағында йыл экспортеры номинацияһында Шишмә май һығыу заводы еңеүсе булып танылды.
Был предприятие көнбағыш майы етештереү буйынса махсуслашҡан. 2018 йылда унда рапс майы һығылып, Европаға экспортҡа оҙатыла башланы.
Былтыр көҙ заводта 9,7 мең тоннанан ашыу рапс орлоғо эшкәртелгән, дүрт мең тонна рапс майы һәм 5,38 тонна шрот етештерелгән.
Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан