Автоуҙыш 29 июлгә тиклем барасаҡ. Унда ҡатнашыусылар Рәсәйҙең өс федераль округы һәм туғыҙ субъекты аша үтә. Маршрутҡа ингән ҡалаларҙа халыҡ менән осрашыу, “түңәрәк өҫтәл”дәр, фекер алышыуҙар уҙғарыла. Башҡортостан сәләмәт йолалар биләмәһе булараҡ күрһәтелә.
"Сарала ҡатнашыусылар беҙҙең район халҡы менән дә осрашты, - тип белдерелде Борай районы хакимиәте сайтында. - Аҡҡош күле ярында Борай һәм Балтас райондары үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары автоуҙышсыларҙы күңелле йырҙар, бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Уларға иҫтәлеккә үҙебеҙҙең төбәк тураһында китаптар, картина, татлы һәм файҙалы бал бүләк иттек".