Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Июль 2019, 10:50

Эсәр һыу, сауҙа йорто...

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы район хакимиәттәрендә лә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү уңышлы дауам итә.



Кушнаренколағы ошондай сираттағы кәңәшмәлә эсәр һыу етештереү һәм сауҙа үҙәге төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. Проекттарҙы тәҡдим итеүселәр район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин менән осрашып фекер алышты.


Сауҙа үҙәге төҙөү башланғысын “Металлобаза” йәмғиәте етәксеһе Илшат Моратов еткерҙе. Эшҡыуарҙың планында – Подстанция биҫтәһендә магазин төҙөү. Һөҙөмтәлә биш хеҙмәт урыны барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш өсөн ер бар, хәҙер уны файҙаланыуға рөхсәт төрөн үҙгәртеүҙә ярҙам кәрәк.


Эсәр һыу етештереү проектын транспорт компанияһы етәксеһе Илнур Ямалов тәҡдим итте. Әле һыуға анализ яһалған, урын, логистика үҙләштерелгән. Персонал йыйыу буйынса эш бара. Хәҙер бинаны ҡуртымға алыуҙа, ер участкаһының кадастр хаҡын яңынан билдәләүҙә ярҙам кәрәк.


Проекттар профилле министрлыҡтарҙың тейешле белгестәре ҡатнашлығында ҡаралды. Башланғыстарҙы тәҡдим итеүселәр үҙ һорауҙарына яуап алды, артабанғы аҙымдарын билдәләне.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: