Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Июль 2019, 10:52

Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?

Ағымдағы йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы Өфө – Аэропорт юлының 8,4 саҡрымы ремонтланды.



“Фрезерлау эше башҡарылды, асфальт-бетон япмаһы түшәлде, термопластиктан горизонталь юл билдәһе һалынды”, – тинеләр баш ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтендә.


Шулай уҡ Черниковка биҫтәһенең Комаров, Матвей Пинский, Новочеркасск урамдарында иҫке юл япмаларын фрезерлау үткәрелде, бордюр таштары алмаштырылды, яңы асфальт-бетон йәйелде, билдә һалынды.


Быйыл Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына буйынса 822 мең квадрат метр майҙанда 48 саҡрым юл ремонтланасаҡ. Был эштәр өсөн 1,3 миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: