Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Июль 2019, 12:12

Яҡты күле тағы ла яҡтыра

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы, Нефтекама ҡалаһының Яҡты күле биләмәһен төөкләндереүгә 47 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.



Тиҙҙән бында юл-һуҡмаҡ селтәре барлыҡҡа киләсәк, яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ, парк урындары йыһазландырыласаҡ.


Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың республика етәксеһе Радий Хәбировҡа һөйләүенсә, эргәлә “интеллектуаль туҡталыш” була, унда ашығыс саҡырыу төймәһе, автобустарҙың расписаниеһы яҙылған сенсорлы табло ҡуйыла. Туҡталыш павильонына мобиль телефондарға, гаджеттарға көс йыйыу өсөн usb-каналлы алты “аҡыллы эскәмйә” ултыртыла.


Проектта шулай уҡ амфитеатр төҙөү ҡаралған. Йәнә пляж волейболы уйнау өсөн заманса ике майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк, балаларҙың уйын зоналары хәүефһеҙ резина япма менән ҡапланасаҡ.


Граждандарҙың инициатив төркөм вәкилдәре биләмәнең ошолай төҙөкләндерелеүен, ғаилә менән ял итеү, ваҡытты файҙалы үткәреү мөмкинлеге булдырылыуын күптән көткәнен билдәләне.


Радий Хәбиров проектты ыңғай баһаланы.


“Республика ҡалала тағы бер ял зонаһын төҙөкләндереү өсөн аҡса бүләсәк. Был һеҙҙең эшегеҙҙе баһалау билдәһе булыр”, – тине ул.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: