Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Июль 2019, 13:18

Ауыл мәктәптәре лә иғтибар үҙәгендә




“Мәғариф” милли проектының төп һәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн республиканың 133 мәктәбендә матди-техник база булдырыласаҡ.


Был исемлеккә ҡалаларҙағы ғына түгел, ауыл ерҙәрендәге белем биреү учреждениелары ла инә, уларҙағы уҡыусыларҙың дөйөм иҫәбе – 60 мең самаһы.


Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажиндың һүҙҙәренсә, 63 мәктәпкә һанлы белем биреүҙең маҡсатлы моделе индереләсәк; ауыл ерҙәрендә урынлашҡан 46 учреждениела физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыласаҡ; ябайлаштырылған дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡытыу эшмәкәрлеге алып барған 12 ойошманың матди-техник базаһы яңыртыласаҡ (“Заманса мәктәп”); Башҡортостандың Өҫтәмә белем биреү төбәк модель үҙәге төҙөләсәк; балаларҙың, йәштәрҙең һәләтен асыу, үҫтереү буйынса төбәк үҙәге барлыҡҡа киләсәк.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: