Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Июль 2019, 12:43

Май сүлмәгеме, сүп һауытымы – тышынан билдәле



Подъезд ремонтлау йорт һалыу түгел, шулай ҙа мәшәҡәтле генә эш булып сыҡты ул. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе менән ҡабул ителгән был программа март айында уҡ ғәмәлгә ашырыла башлаһа ла, Өфөлә, мәҫәлән, мәҡәлә яҙылған көнгә эш тулыһынса үтәлгән һәм йәшәүселәр тарафынан ҡабул ителгән подъездар һаны тиҫтә самаһы ғына ине.


Республика етәксеһенең башланғысы менән



Башҡортостан Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡа­рыусы Радий Хәбировтың башланғысы менән күп ҡатлы йорт подъездарын ремонтлау программаһы ҡабул ителеүен халыҡ хуплап ҡаршы алды. Был аңлашыла ла – кеше­ләрҙең үҙҙәренә шунда йәшәргә бит, көн һайын үтеп йөрөй торған урын, килгән ҡунаҡтар алдында ла оят булмаясаҡ, балалар ҙа ҡала йортоноң ниндәй булырға тейешлеген күреп үҫә.


Ҡайҙа һәм күпме подъезд ремонтланырға тейеш? Уның буйынса үлсәмдәр быйылғы йыл башында уҡ билдәләп ҡуйылғайны инде: күп ҡатлы 17 мең йортҡа ҡараған 48,5 мең подъездың бөгөнгә 26 меңенә ремонт талап ителә.


Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғ­лүмәттәренә ярашлы, биш ҡатлы йорттоң бер подъезын йүнәтеү – 220 мең һумға тиклем, туғыҙ ҡат­лыһыныҡы 450 мең һум самаһы тәшкил итәсәк, 10 ҡаттан да бе­йегерәк булған йорттоң подъезын ремонтлау 500 мең һумға төшәсәк. Яҡындағы йылдарҙа был эшкә алты миллиард һум тотоноласаҡ икән.


Ҡайһы йортта ниндәй подъез­дарҙы ремонтлауҙы муниципалитет хәл итә. Программаға инеү мәсьә­ләһе күп ҡатлы йортта йәшәгән­дәрҙең йыйылышында ҡарала. Нигеҙҙә, биш йыл ремонт­ланмаған йәки техник торошо насар булған подъездарҙы һайлап аласаҡтар. Тәбиғи, бөтә подъездар ҙа бер юлы төҙөкләндерелә алмай, ба­рыһы ла сығым талап итә, шуға күрә быйыл дүрт меңе генә ремонт­ланасаҡ, ҡалғандары киләһе йыл­дарға күсә. Ә программаға күп ҡатлы йорттары булған бөтә муниципалитеттар ҙа индерелгән.


Кем түләй? Подъезда Капиталь төҙөлөш буйынса төбәк операторы башҡарасаҡ эштәр (ә уның исемлеге йыйылышта алдан иғлан ителергә тейеш) өсөн республика һәм муниципалитет ҡаҙнаһы иҫә­бенә хисаплашасаҡтар. Тик был программала бер өҫтәмә шарт бар: әгәр ҙә тәғәйен подъезда йәшәү­селәр был исемлекте киңәйтергә теләһә, өҫтәмә сығымдарҙы улар үҙҙәре ҡаплаясаҡ. Йыйылыштарҙа әйтеүҙәренсә, ундай эштәр иҫәбенә видеокамера йәки ҡәҙимге домофон урынына видеодомофон ҡуйыу һәм башҡалар инергә мөмкин.


Гөл үҫтереү урыны – подъезд...



Барыбыҙ ҙа күреп йөрөйбөҙ: күп ҡатлы йорттоң тышҡы күренеше күркәм, фатирҙар ҙа хужаларының зауығы буйынса матур йыһаз­ландырылған, ләкин урамдан ошо фатирға инер өсөн үтергә тура килгән подъезд йыш ҡына насар тәьҫир ҡалдыра – улар бысраҡ, ҡотһоҙ, буяуы ҡупҡан, баҫҡыс тотҡалары төшкән йәки емерелгән, насар еҫ аңҡығандары ла байтаҡ... Подъездарҙың беҙҙең йәмғиәттең йөҙөн билдәләгән күренеш икәнен саҡ аңлай башланыҡ шикелле. Йөҙө тигәндәй, подъездары ла ниндәй йорт булыуынан тора. Торлаҡҡа сиратты кәметеү маҡса­тындалыр инде, эре панелдәрҙән тиҙ арала һалынған күп ҡатлы йорттарҙа улар шөкәтһеҙ, зауыҡ­һыҙ, ә һуңғы бер-ике тиҫтә йылда ҡалҡып сыҡҡан заманса йорттарҙа дөйөм ҡулланылыштағы урындар­ҙы ла матур итеп эшләргә ынтылалар. Һуңғыларында хужалары был фатирҙарҙы һатып алған, шуға ла мөлкәттең ҡәҙерен белергә, ватмаҫҡа, сыймаҫҡа тырышалар. Ә консьерж ултырған подъездар һәр саҡ ҡараулы, таҙа, сөнки даими күҙәтеү аҫтында.


– Һеҙ Ишембайға йәки Учалыға барып ҡарағыҙ, ундағы урамдарҙа ниндәй бөхтәлек! – тигәйне бер саҡ Башҡортостен етәксеһе Радий Хәбиров, Өфө ҡалаһы етәкселеген урамдарҙағы бысраҡ һәм тәр­тип­һеҙлек өсөн шелтәләп.


Был подъездарға ла ҡағыла. Күбеһенсә биш ҡатлы йорттарҙан торған Учалы ҡалаһында, мәҫәлән, ҡайһы подъезға инһәң дә, таҙа, буяуын да даими яңыртып торғандары күренә, байтаҡтарында стенаны матур панно менән би­ҙәгәндәр. Ә Тыныслыҡ, Киров, Муса Мортазин һәм башҡа ҡайһы бер урамдарҙағы йорт подъездарында гөл үҫтерәләр. Тимәк, йорттарҙа йәшәгәндәр ҙә подъезды үҙ фатирына ҡараған кеүек хәстәрләй, коммуналь хужалыҡтарға ла талап ҙур.


Дүрт подъезды бер юлы...



Үрҙә һүҙ алып барылған про­граммаға ярашлы ремонтланған әҙер подъездар бар, уларҙа йәшәгәндәрҙең бер өлөшө эштең сифатынан ҡәнәғәт. Әммә еренә еткереп эшләнмәйенсә лә ни ҡөҙрәт менәндер заказсыға тапшы­рыл­ғанына дәғүә белдергәндәр ҙә юҡ түгел. Эште тамамламаҫ борон уҡ ҡабул итеүҙе талап иткән подрядсылар ҙа осраштырғылай икән. Бын­да иң насар тәьҫир ҡалдыр­ғаны: әҙерлек осорон бик оҙаҡҡа һуҙыу, графикты бар тип тә бел­мәгән осраҡтар йыш. Финанслауҙа килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ, эштәге һүлпәнлек, төҙөлөштө сифатлы итеп башҡара белмәгән “кадрҙар” (нигеҙҙә, биҙәкләүселәр) йәлеп итеүҙәре арҡаһында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың төбәк капиталь ремонт фонды етәкселеген алмаштырырға мәжбүр булыуы тураһында яҙ­ғайныҡ инде. Хәҙер, бөтә был иҫкәрмәләр эштә файҙаланыла, сифатҡа иғтибар бермә-бер арт­ты. Өфөнөң Октябрь проспектын­дағы 7-се һәм 5-се “а”, 88-се, Обь ура­мындағы 8-се, Коммунарҙар урамындағы 8-се йорттарҙағы подъездар әҙер һәм урындағы халыҡтан эш сифатына ҡарата ризаһыҙлыҡ ишетергә тура кил­мәне.


Беҙ баш ҡаланың “Сипайлово” биҫтәһендәге Бикбай урамының 39-сы йорто янында торабыҙ. Был туғыҙ ҡатлы бинала барлыҡ подъез­дарҙа ла ремонт бара. Тышта бер ҡайҙа сүп өйөмө күренмәй, күрәһең, арттарынан йыйыштыра баралар. Подъездарҙа стена тигеҙ итеп шымартылған, пластик тәҙрә­ләр ҡуйылған, ишектәр яңы. Почта йәшниктәрен урынлаштыраһы, буяйһы һәм баҫҡыс тотҡаларын ҡуяһы бар.


– Былай еренә еткереп баш­ҡаралар шикелле, тик бигерәк оҙаҡ – ике ай элек башланғайны ремонт, һаман осо-ҡырыйы күренмәй, – тине ошо йорттоң 2-се подъезынан сыҡҡан апай. – Үтеп барған ыңғайы ҡарайбыҙ, тилбер генә йөрөйҙәр кеүек, тик бер нисәшәр көнгә ҡайҙалыр юғалып торалар...


“Юғалыу” сәбәбе әллә ни сер түгел: тимәк, шул арала кемгәлер фатирын ремонтлашып өлгөрәләр. Төҙөлөш объектында йөрөгән­дәрҙең бының өсөн арзаныраҡ алғанын һәр кем белә, сөнки, фатир ремонтлауға махсуслашҡан фирма хеҙмәткәрҙәренән айырмалы, был мәлдә уларҙың рәсми эш урынында ла хеҙмәт хаҡы яҙылып бара бит. Тик Бохара егете Хәмзә минең был фекер менән килешмәй:


– Юҡ, юҡ, беҙ ошонда ғына, дүрт подъезды бер юлы ремонт­лайбыҙ. Ни өсөн шулаймы? Бе­реһендә штукатурка йәки буяу кипкәнен көтөп тик ултырып булмай бит, икенсеһендә эш башлай то­рабыҙ, шулай ырамлыраҡ та. Беҙ дүрт кешенән торған бригада эш­ләйбеҙ. Әле башҡалар ҡайҙамы? Ашарға киткәйнеләр, оҙаҡламай ҡайтырҙар.


– Күпме түләйҙәр һеҙгә, эш ха­ҡынан ҡәнәғәтһегеҙме?


– Бик ҡәнәғәтбеҙ. Беҙгә һәр подъезд өсөн айырым иҫәплә­шәләр. Күрше йорттағы подъезды тамамлағас та бригадаға 80 мең һум бирҙеләр.


– Урта Азия егеттәренең уңған һәм йылғыр икәнен беләбеҙ, ләкин ни өсөн урындағы төҙөүселәрҙе саҡырмайҙар икән, бының сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?


– Өфө төҙөүселәрен дә са­ҡыралар, беҙ уларҙы йыш осра­табыҙ, – ти Хәмзә. – Күрәһең, һеҙ­ҙең ҙур ҡала өсөн төҙөүселәр етешмәйҙер.


Төбәк операторы белгестәре раҫ­лауынса, улар ремонт эштәре барған подъездар буйлап әленән-әле рейд үткәреп ала, бында йәшәгән халыҡтың ялыуҙарына һәм тәҡдимдәренә ҡолаҡ һала. Әммә, һис шикһеҙ, күп ҡатлы йорт­тарҙа йәшәгәндәр үҙҙәре лә әү­ҙемлек күрһәтергә тейеш. Бындай әүҙемлек күҙәтелмәгән хәлдә муниципалитеттар ҡайғыртырға тейеш: ҡала тормошона битараф булмағандарҙы эҙләп табырға, йорт комитеттары ойошторорға... Рәсәйҙең Торлаҡ кодексы уларға бындай мөмкинлек бирә. Тормош күрһәтеүенсә, әүҙемлек булған урында бөтә нәмә тәртиптә һәм ва­ҡытында ремонтлана.


Булат ХӘЛИУЛЛИН,

Туймазы районы хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары:


– Район биләмәһендә бар­лығы 800-гә яҡын подъезды ремонтлау планлаштырыла. Улар Туймазы ҡалаһында һәм Ҡан­дра, Серафимовка, Соб­ханғол, Түбәнге Троицк, Дуҫлыҡ ҡаса­баларында. Быйылғы эш күләме күп ҡатлы 41 торлаҡ йорттоң 136 подъезын солғап алырға тейеш. Әлеге көндә ремонт эш­тәре 75 подъезда алып барыла. Алдағы ике-өс айҙа быйылға билдәләнгән подъез­дарҙың 80 процентында ремонт үткәреп бөтөргә йыйынабыҙ.


Ошоға саҡлы был күләмгә сыға алмауыбыҙҙың сәбәбе шунда: подрядсылар әҙерлек эшен оҙаҡҡа һуҙҙы. Күптән түгел улар­ҙың бер нисәһенән баш тар­тырға ҡарар иттек. Ни­геҙҙә, Туймазы һәм яҡын-тирә­ләге төҙөүселәрҙе ялларға тырышабыҙ.

Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: