Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Июль 2019, 11:38

Юлдағыларҙың именлеген ҡайғыртып



Республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса юлдарға 289 камера ҡуйыу күҙаллана.


Һөҙөмтәлә бындай ҡоролмалар 527-гә етәсәк, тине оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.


“Быйылға килгәндә, 1 ноябргә тиклем Өфөлә – 68, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа – 11, Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс камера ҡуйыласаҡ”, – тине ул.


Милли проект бурыстарына ярашлы, юлдарға билдәләр һыҙыуға ла ныҡлы иғтибар бирелә. Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл беренсе тапҡыр термопластик билдә һалынған, был эш 2500-ҙән ашыу саҡрымда атҡарылған. Муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙың барыһында ла шундай уҡ ныҡлы буяу ҡулланыу планлаштырыла. Әлегә уларҙа эш 4230 саҡрымда башҡарылған – дөйөм күләмдең 68,4 проценты.


“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға төбәктәр яғынан алты йылға 4 триллион 139,1 миллиард һум йүнәлтеләсәк, федераль бюджеттан – 440,9 миллиард һум.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: