Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Милли проекттар
18 Июня 2019, 15:20

Башҡортостандың Асҡын районында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асыла



Асҡын районының Ҡышлау-йылға ауылында 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән бергә 120 урынлыҡ дөйөм белем биреү мәктәбен төҙөү дауам итә.



«Объект «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» программаһы сиктәрендә һалына. Әлеге ваҡытҡа стена күтәреү һәм түбә ябыу эштәре тамамланған, тәҙрәләр ҡуйылған, биналарҙы эске биҙәкләү бара, биләмәне йәшелләндереү башланған. Тышҡы яҡтыртыуҙы монтажлау эштәре дауам итә», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.

Сентябрҙә мәктәп һәм балалар баҡсаһы тәүге тәрбиәләнеүселәрен һәм уҡыусыларын ҡабул итергә әҙер булырға тейеш.

Читайте нас