Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Саҡмағош районында артым – 13,3%, Стәрлетамаҡта – 10,7%, Асҡында – 8,8%, Әлшәйҙә һәм Дыуанда – 6,5%, Илеш районында – 5,7%, Күгәрсендә – 4,6%, Йәрмәкәйҙә – 2,5%, Өфө районында 1,0% тәшкил иткән.
Өфөлә Дим (5,2 процентҡа), Ленин райондарының (5,5) ЗАГС бүлектәрендә, Октябрь районының икенсе ЗАГС бүлегендә (6,3 процентҡа) теркәлгән сабыйҙар һанының артыуы билдәләнгән.