Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июнь 2019, 17:46

Республика инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында 16-сы урында тора


Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында, уҙған йыл менән сағыштырғанда 7 пунктҡа күтәрелеп, 16-сы урынды алды. Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Стратегик башланғыстар агентлығы 2019 йылдың йомғаҡтарын иғлан итте.


Иң юғары рейтинглы төбәктәр иҫәбендә – Мәскәү, Татарстан һәм Төмән өлкәһе. Шулай уҡ быйыл тәүге унауға яңы төбәктәр – Калуга, Белгород һәм Ленинград өлкәләре инде.


2015, 2016 һәм 2017 йылдарҙа милли рейтингтың лидеры — Татарстан. Төмән өлкәһе иһә 2018 йыл йомғаҡтары буйынса алдынғы булды. Мәскәү яйлап ҡына үҙенең һөҙөмтәләрен нығытты һәм тәүге тапҡыр рейтингтың юғары баҫҡысын биләне.


«Быйыл тәүге егерме иҫәбенә эләгеү бик ауырға төштө. Бөгөн ошо исемлектәге төбәктәр былтыр иң яҡшы унау араһында булыр ине тип иҫәпләйбеҙ, — тине Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева. — Уҙған йыл менән сағыштырғанда 69 төбәк интеграль индексын яҡшыртты, ә 62 төбәк өс йыл рәттән тотороҡло үҫеш күрһәтә».


2019 йылдың үҫеш лидерҙары — Башҡортостан, Татарстан, Саха (Яҡут) Республикаһы, Приморье крайы, Һамар өлкәһе, Ҡырым Республикаһы, Түбәнге Новгород өлкәһе, Новгород өлкәһе, Калуга өлкәһе, Белгород өлкәһе, Ленинград өлкәһе.



ӨФӨ, 2019 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Читайте нас: