Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июнь 2019, 20:21

60 йәштән өлкән пассажирҙарға тимер юлы билеттарын һатып алғанда ташлама яһала



60 йәштән өлкән пассажирҙар алыҫ араға йөрөгән поездарҙа ташлама менән сәйәхәт итә ала. 5 июндән 60 йәштән өлкән пассажирҙарға биш процент ташлама менән юл йөрөү документтары һатыла башлай.


Купе вагондарына махсус тариф буйынса билет алырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр компанияның матбуғат хеҙмәтенән. Ташламалы билет 2 сентябрҙән 25 декабргә тиклем дәүләт эсендә йөрөгән поездарға һатыла.


Электрон билет һатып алғанда пассажирҙың паспорт мәғлүмәттәрен һәм тыуған көнөн яҙғандан һуң автоматик рәүештә ташлама яһала.



Читайте нас: