#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;
Районда баҡсасылыҡ, йәшелсәселек менән етди шөғөлләнеүсе Ҡудаш ауылында теплицаларҙың күплеге, уларҙың ҙур ғына майҙан биләүе иғтибарҙы йәлеп итә. Ауыл халҡы март айынан теплицала эш башлай, ябыҡ ерҙә төрлө йәшелсә, сәскә орлоҡтары сәсеп үҫтерергә тотона. Апрель аҙағында, май баштарында уларҙың ужымдары баҙарҙа һатыла, йорт тирәһе баҡсаларына ултыртыла.
Йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгән йәш ғаиләләрҙең береһе булған Адыевтар йыл әйләнәһенә тиерлек эштән туҡтамай. Юлиә менән Марат орлоҡ сәсеү өсөн полиэтилен һауыттарҙы ла ҡыш айҙарында үҙҙәре яһай. Уларҙың баҡсаларында төҙөлгән өс ҙур теплицала әлеге ваҡытта кәбеҫтә, помидор, татлы борос, ҡыяр ужымдары күсереп ултыртырға әҙер. Әлбиттә, уларҙың уңышы төрлө ваҡытта өлгөрә. Мәҫәлән, юғарыла исемләнгән йәшелсәләрҙең иртә, уртаса, һуң өлгөргәндәре — барыһы ла айырым һауыттарҙа.
— Беренсе орлоҡтарҙы 8 мартта сәскәйнек. Теплицаларҙа барлығы алты мең төп помидор, 260 мең төп кәбеҫтә, 11 мең петуния һәм тағы ла өс-дүрт төрлө сәскә үҫтерәбеҙ. Кәбеҫтәне баҫыуҙа 20 гектар майҙанда ултыртабыҙ, көҙгөлөктә баҙарға йәрминкәләргә йөрөйбөҙ. Йәнә кәмендә 15 тонна бәрәңге уңышын йыйырға ниәтләйбеҙ, — тип һөйләй башҡараһы эштәре тураһында Марат Адыев.
Шәхси предприятие булып теркәлгән хужалыҡтың кәрәкле техникалары, йөк машиналары бар. Шуға йәшелсәселектә ҡаралған һәр агрономик сара ваҡытында башҡарыла. Миҙгелле эштәр ваҡытында ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, студенттар ярҙамлаша.
— Беҙ эшебеҙҙе яратып, күңел биреп башҡарабыҙ. Йәш үҫентеләр, сәскәләр наҙ ярата. Ябыҡ ерҙә һауа һәм тупраҡтың дымлылығы, йылылығы талап ителгәнсә булырға тейеш. Иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсегә тиклем үҫемлектәр араһындабыҙ. Хәҙер башҡа эште күҙ алдына ла килтереп булмай, — тине Юлиә.
Юлиә тормош иптәше Марат менән атаһы Борис Әхмәҙуллин башлаған эште дауам итә. Кесе йәштән хеҙмәттә сынығып, тәжрибә туплаған ғаиләнең улдары Марсель дә әкренләп ҡул араһына инә.