Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Май 2019, 15:00

Асҡын районы Солтанбәк мәктәбендә тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә


Солтанбәк урта мәктәбендә “Беҙ — балыҡсылар” тигән бай йөкмәткеле сара үтте. Унда Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Фәнзәт Мөғтәбәров ҡатнашты.

Белем усағындағы музей эшмәкәрлеге менән уның етәксеһе , география уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова таныштырҙы. Бирелә ауыл тарихы, күренекле яҡташтар тураһында бай материал тупланған.

Артабан уҡыусылар Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы етәкселегендә башҡарған тикшеренеү эштәре буйынса сығыш яһаны. Улар балыҡсы һүҙенең килеп сығышы, Һөйәнтүҙ фажиғәһе, билдәле ауылдаштары, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиев тураһында һөйләне. Уҡыусыларҙың сығышы Башҡортостан, тыуған яҡ тураһындағы шиғырҙар һәм йырҙар менән үрелеп барҙы. Башҡорт теле уҡытыусыһы Розалия Марат ҡыҙы Факкарова үҙе яҙған шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе.

Илһөйәрлек, телһөйәрлек рухы менән һуғарылған сара фәһемле булды.

Наилә Имаева.

Фәнзәт Мөғтәбәров фотолары.
Читайте нас: