Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2019, 19:44

Асҡында үткән “Музейҙар төнө” йырлы-моңло һәм серле булып, хәтерҙә ҡалды



Халыҡ-ара музейҙар төнө донъяның 150-нән ашыу илендә рәсми байрам тип һанала. Был төндө донъя музейҙарының ишектәре һәр кем өсөн асыҡ булып, бында төрлө лекциялар, экскурсиялар, тамашалар ойошторола. Театр йылына арналып үткәрелгән сараны Асҡындар ҙа йәнле итеп үткәрҙе.


“Музейҙар төнө”нә "Нур" татар дәүләт театрының әйҙәүсе актрисаһы — райондашыбыҙ Рида Фәхрисламова, шулай уҡ Лина Ғәниева, көлкө һәм юмор оҫтаһы Альберт Уразмәтов, сәнғәт училищеһы студенты — өмөтлө йәш артист Азат Ҡадыровтың килеүе асҡындар өсөн көтөлмәгән шатлыҡ булды.

Рида Фәһәметдин ҡыҙы тәүҙә ошо матур сараны ойоштороусыларға, асҡындарҙың сәнғәткә битараф булмауҙарына рәхмәт әйтте. Артабан ул үҙенең ижад юлы менән таныштырҙы. Тамашасы экранда төрлө пьесаларҙан өҙөктәр ҡарап, яҡташыбыҙҙың һәләте менән тағы бер тапҡыр һоҡланды. Актрисаның лирик, шулай уҡ драматик, комик ролдәрҙе лә берҙәй оҫта, еңел уйнауын күрҙе.

Рида Фәхрисламованың Альберт Уразмәтов менән башҡарған йырлы-моңло, көлкөлө тамашалары көслө алҡыштарға күмелде.

Лина Ғәниева, Азат Ҡадыров халыҡ йырҙарын башҡарып, күңелдәрҙе моңға сорнаны, эстрада йырҙары менән дәртләндерҙе, бейетте. Уларҙың һәр сығышын тамашасы алҡыштар менән оҙатты.

Был көндө Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ноғоманованың, “Асҡындар яҡташлығы” ойошмаһы етәксеһе Рәмил Рафиҡовтың, Иҫке Ҡаҙансынан Мәмдүнә апай Зарипованың сығыштарында тарихыбыҙҙы һаҡлап, йәш быуынға ҡалдырыу, матур йәшәү кәрәклеге тураһында мөһим һүҙҙәр әйтелде.

Сарала 19 май - Пионерҙар ойошмаһы тыуған көн борғо ҡысҡыртып, барабандар ҡағып, шул осорҙоң йырҙарын йырлап билдәләнеп үтелде.

“Музейҙар төнө”ндә төрлө күргәҙмәләр ҙә ойошторолғайны. "Асҡындарҙың йөҙ исеме” проекты тураһында ла мәғлүмәт алды был ҡыҙыҡлы кисәгә килеүселәр. Халыҡ рәссамдар Азат Миңләхмәтовтың, Виталий Булыгиндың эштәрен ҡарап, авторҙар менән аралашты. Шулай уҡ ситтә йәшәүсе рәссам-яҡташыбыҙ Ида Арысланованың һүрәттәре менән дә һоҡланды.

Иҫке Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре был сарала ла һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтте. Ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп ҡаршы алған кешеләр ҙә улар бит! Мәмдүнә Зарипова дарыу үләндәре, Яңы Ҡаранан Гөлнара Шәйхинурова умартасылыҡ продукцияһы күргәҙмәһе, Урманкүлдән Розалия Ғайсина ҡул эштәрен дә алып килгәйне. Асҡындан Фәрбизә Сәрүәртдинова ҡул эштәре, боронғо күлдәктәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Халыҡ сарала күңелле ял итеп, үҙенсәлекле матур төн өсөн ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты.
Читайте нас: