Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2019, 12:38

Бөрө уҡытыусыларҙы йыйҙы


Бөрөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк конференцияһы үтте


Конференция эшендә Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова, Бөрө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Радик Рәүеф улы Яфаев, мәғариф идаралығы етәксеһе Виктор Александрович Лобов һәм Асҡын, Балтас, Благовещен, Борай, Бөрө, Ҡариҙел, Мишкә райондары мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Сарала ҡатнашҡан ғалимдарҙың – Башҡорт дәүләт университеты профессоры Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданованың, БДУ-ның Бөрө филиалы доценттары Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова һәм Ғәлиә Ғәлийән ҡыҙы Ғәниеваның йөкмәткеле сығыштары уҡытыусылар өсөн бик файҙалы булды.

Конференция һуңында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы резолюцияһына өҫтәү өсөн тәҡдимдәр ҡабул ителде.
Читайте нас: