Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2019, 19:23

Ҡариҙелдәр бүләкләнеүселәр араһында



Бөгөн Өфөлә муниципаль берәмектәр съезы үтте. Унда Ҡариҙел районынан да район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин етәкселегендә делегация ҡатнашты. Сарала “2018 йылда Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсы еңеүселәренә дәүләт наградалары һәм дипломдар тапшырылды. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Зилә Закирова — “Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр” номинацияһында II урын, ә Ҡариҙел район гәзиттәренең баш мөхәррире Регина Шәйҙуллина урындағы үҙидара мәсьәләләрен яҡтыртҡаны өсөн “Иң яҡшы журналист” номинацияһында III урын өсөн Диплом менән бүләкләнде. Бүләктәрҙе республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Читайте нас: