Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Май 2019, 13:23

Балтастан Шәймөхәмәтовтар ғаиләһе — “Бала саҡ-2019” векторы” Бөтә Рәсәй конгресында!

Ошо көндәрҙә республикала демография һәм ғаилә сәйәсәте мәсьәләләре буйынса “Бала саҡ-2019” векторы” Бөтә Рәсәй конгресы үтә. Унда илдең 85 субъектынан 700-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Сараны асыу тантанаһында Рәсәй Президенты эргәһендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Әлеге форумда Балтас районынан күп балалы Гөлнара һәм Филүс Шәймөхәмәтовтар ғаиләһе ҡатнашты һәм Анна Кузнецова тарафынан бүләкләнде. Улар балалар хоҡуғын һәм ихтыяжын яҡлау мәсьәләләрендәге юғары профессионализм, әүҙем тормош позицияһы, принципиаллелек һәм яуаплылыҡ өсөн Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Читайте нас: