“Башҡортостан оҙон ғүмерлелек” программаһы буйынса Белорус республикаһына сәйәхәт ҡылған пенсионерҙар һаны был миҙгелдә бер мең кешегә етәсәк.
Өлкән йәштәгеләр өсөн проект 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән эш башланы. 2023–2024 йылдарҙа унда өс меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Туристар өсөн ҡыҙыҡлы ҙур программа әҙерләнгән, боронғо ғибәҙәтхана һәм музейҙарҙан алып “Мир-Несвиж” бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы менән танышыуға тиклем. Быйыл һуңғы йәйге тур 29 авгусҡа планлаштырылған, төркөмдәр тулы.
Фото:"Башкирское долголетие.Туризм".