Бөтә яңылыҡтар
Демография
10 Октябрь 2023, 15:45

Биш балаһы — биш шатлығы

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә бағышланған тантаналы сарала  биш бала тәрбиәләүсе Алиса  Раил ҡыҙы  Ғабдрахмановаға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.

Биш балаһы — биш шатлығы
Биш балаһы — биш шатлығы

Көнгәк ауылында тыуып үҫкән Алиса Раил ҡыҙы тормош иптәше Рәфит Фәрит улы менән Ҡашҡа ауылында йәшәй.   Улар биш балаға ғүмер бүләк итеп, һәр береһенә матур тәрбиә биреп үҫтерә.

Өлкән ҡыҙҙары Лариса инде үҙе әсәй булып, ике ҡыҙ тәрбиәләй. Улдары Айнурға 12 йәш. Ул Ҡашҡа урта мәктәбендә 5-се класта уҡый.    Риналь улдарына 11 йәш, ул 3-сө класта белем ала.   Юнирға — дүрт, ә төпсөктәре Айратҡа өс йәш. Улар икеһе лә  балалар баҡсаһына йөрөй.

 Ғаилә башлығы Рәфит Фәрит улы  быйыл июндә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Уның иҫән-һау йөрөп,  ғаиләһе янына имен ҡайтыуын теләйбеҙ.

Тантаналы сарала Алиса Раил ҡыҙына “Әсәлек даны” миҙалын Башҡортостан Республикаһының  транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Любовь Викторовна Минакова  тапшырҙы.

Биш бала тәрбиәләүсе әсәгә  ныҡлы сәләмәтлек, балалар шатлығы, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Наилә Имаева.

 

Биш балаһы — биш шатлығы
Биш балаһы — биш шатлығы
Читайте нас: