Бөтә яңылыҡтар
Демография
21 Август 2023, 09:00

Исем - милли ғорурлыҡ билдәһе

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың иң һирәк осраған исемдәре билдәле булды.

«Башинформ» асыҡлауынса, ЗАГС-тың мәғлүмәт-аналитика порталы быйыл республикала яңы тыуған сабыйҙарға бирелгән иң һирәк исемдәр исемлеген баҫтырып сығарған. Мәғлүмәттәр 13 авгусҡа ҡарата бирелгән. 

Мәҫәлән, иң һирәк ҡушылған ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Дилорор, Рәшидә, Эмилия, Мэри, Вәсилә һәм Ангелия. Малайҙарға Ғабдулла, Альдо, Тәлғәт, Эльербек һәм Хушбахтжон кеүек исемдәр бирелгән.

София (429), Амелия (428), Әминә (415), Эмилия (409) һәм Йәсминә (407) кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре иң популяр тип һанала. Малайҙар араһында — Әмир (546), Тимур (423), Артем (413), Марк (410) һәм Эмир (399).

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-14/nazvany-samye-redkie-imena-novorozhdennyh-v-bashkirii-3386752

Авторы : Дарья Субботина

https://tamasha-rb.ru/news/novosti/2023-08-14/bash-ortostanda-ya-y-tyu-an-sabyy-ar-y-i-ir-k-osra-an-isemd-re-bild-le-3388211?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=119242692

Автор:
Читайте нас в