Бөтә яңылыҡтар
Демография
1 Октябрь 2022, 11:30

Бер быуатлыҡ ғүмер

Ошо көндәрҙә Борай районының хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ кешеһе — Рәйсә Шәрәфислам ҡыҙы Килмәтова оло ғүмер байрамын — йөҙ йәшлек юбилейын билдәләне.

Бер быуатлыҡ ғүмер
Бер быуатлыҡ ғүмер

Юбилярға был уңайҙан район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы,  “Борай урманы” учреждениеһы директоры, ветерандар советы исеменән  бүләктәр тапшырылды һәм ихлас ҡотлау һүҙҙәре әйтелде.

Рәйсә Шәрәфислам ҡыҙы ауыр заманаға тура килһә лә, үҙенең бала саҡ һәм йәшлек йылдарын йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Ул 1922 йылдың 29 сентябрендә Балтас районында тыуған. Борайҙа үҫә һәм урта мәктәпте тамамлай, ә һуңынан, һуғыш йылдарында математика уҡытыусыһы булып эшләй. 1961 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Борай урман хужалығында ағас ултыртыу буйынса бригадир булып тырыш хеҙмәт һала.

Ғаиләлә бер-бер артлы алты бала тыуып үҫә. Рәйсә Шәрәфислам ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Бөгөн ул 13 ейән-ейәнсәренең, 23 бүлә-бүләсәренең һәм 10 тыуа-тыуасарының уңыштарына һөйөнөп ғүмер итә.

Хөрмәтле райондашыбыҙҙың оло йәштә булыуы түгел, ә уның тормошто һөйөүе, изге күңелле, көслө рухлы, сабыр холоҡло булыуы һоҡландыра.

Рәйсә Шәрәфислам ҡыҙына киләсәктә лә иҫән-һау булып, балаларының, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп кенә йәшәргә яҙһын!

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Сығанаҡ: Бураевский район Республики Башкортостан

Бер быуатлыҡ ғүмер
Бер быуатлыҡ ғүмер
Бер быуатлыҡ ғүмер
Бер быуатлыҡ ғүмер
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: