Бөтә яңылыҡтар
Демография
27 Апрель 2022, 13:45

Физик мөмкинлектәре сикләнгән ул-ҡыҙҙарыбыҙ бәйге тотто

Һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы һорауҙары буйынса  республика конкурсы үткәрелде.

Физик мөмкинлектәре сикләнгән ул-ҡыҙҙарыбыҙ бәйге тотто
Физик мөмкинлектәре сикләнгән ул-ҡыҙҙарыбыҙ бәйге тотто

Ҙур капиталь ремонттан һуң Ҡариҙел районының Үҙәк моделле китапханаһын физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Шуға ла махсус коляскаларҙа хәрәкәтләнеүселәр, һуҡыр, йә насар ишетеүселәр бында ойошторолған сараларға йыш килә. Китапхана район, республика кимәлендә лә төрлө форумдар, түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыу майҙансығына әйләнеп китте.

18 йәштән юғары булған ошондай граждандарыбыҙ өсөн Һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы һорауҙары буйынса  республика конкурсы үткәрелде. Уны Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы,  район территориаль һайлау комиссияһы, “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” Дөйөм Рәсәй ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы ойошмаһы, М.Х.Төхвәтшин исемендәге республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һәм беҙҙең китапханасылар уҙғарҙы.

Конкурсанттарҙы Ҡариҙел территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльмира Ралиф ҡыҙы Сәләхова сәләмләне. Ул был сараға саҡырылғандарға аңлайышлы итеп һайлауҙар барышы, уның формалары тураһында һөйләне, конкурста ҡатнашыуҙа уңыштар теләне. Жюри составында Ҡариҙел территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльмира Ралиф ҡыҙы Сәләхова, сәркәтибе Эльвира Мәүлимйән ҡыҙы Хатмуллина һәм Үҙәк моделле китапхана директоры Светлана Алексеевна Сафарова булды.

 

Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа сарала әүҙем ҡатнашты һәм һайлау мәсьәләре буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте. Һөҙөмтәлә Юлияна Закирова конкурстың еңеүсеһе тип табылды, Шаниязова Русалина һәм Шәрифйәнова Юлиә икенсе һәм өсөнсө урындар яуланы. Улар Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһының дипломдары, иҫтәлекле бүләктәре менән бүләкләнде. Башҡа ҡатнашыусыларға иһә Рәхмәт хаттары һәм тәмлекәстәр тапшырылды. Конкурс призеры Шәрифйәнова Юлиә матур итеп йырлай икән. Ул Ҡариҙел күп тармаҡлы ауыл клубы культорганизаторы Зилә Рәхмәтова менән бергәләп һоҡландырғыс дуэт башҡарҙы.

Был сара яңыртылған китапхананың һәр зонаһы буйлап экскурсия ҡылыу менән тамамланды.

Гөлнара Солтанова.

Физик мөмкинлектәре сикләнгән ул-ҡыҙҙарыбыҙ бәйге тотто
Физик мөмкинлектәре сикләнгән ул-ҡыҙҙарыбыҙ бәйге тотто
Физик мөмкинлектәре сикләнгән ул-ҡыҙҙарыбыҙ бәйге тотто
Читайте нас: