Бөтә яңылыҡтар
Демография
11 Март 2022, 17:25

Илһөйәрлек тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыс

Йәш быуынды ватансылыҡ һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре уртаға һалып тикшерелде.  

Илһөйәрлек тәрбиәләү –  мөҡәддәс  бурыс
Илһөйәрлек тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыс

 

Балтас район хакимиәтендә Афған һуғышы ветерандары, мәғариф, мәҙәниәт, спорт учреждениелары етәкселәре менән берлектә йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү мәсьәләләре ҡаралды.

Осрашыуҙа БР-ҙың Балтас һәм Тәтешле райондары буйынса хәрби комиссары Ансар Арысланов ҡатнашты.

Сарала “Йәш армия” отрядтарын ойоштороуҙы йәнләндереү, Ватандан ситтә, Төньяҡ Кавказда һәм башҡа “ҡайнар нөктә”ләрҙә хәрби бурысын үтәгән балтастар тураһында китап сығарыу мәсьәләһе күтәрелде. Китапҡа мәғлүмәт йыйыу эшенең операторы – китапхана.

Был изге эштә ҡатнашырға теләүселәр өсөн телефон – 83475321113.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Читайте нас: