Бөтә яңылыҡтар
Демография
2 Февраль 2022, 17:30

Ҡотло булһын туйығыҙ

Бөгөн бик матур һандар бергә тура килә – 02. 02. 2022 йыл. Был көндә республикала 100 пар яңы ғаилә ҡорған. Өфөлә иһә 43 йәш кеше никахтарын теркәгән.

Ҡотло булһын туйығыҙ
Ҡотло булһын туйығыҙ

Бөгөн бик матур һандар бергә тура килә – 02. 02. 2022 йыл. Был көндә республикала 100 пар яңы ғаилә ҡорған. Өфөлә иһә 43 йәш кеше никахтарын теркәгән.

Билдәле булыуынса, йәштәрҙең күбеһе үҙенең никах тантаналарын ошондай үҙенсәлекле даталарға билдәләй. Юрамыштар буйынса матур һандарҙың бергә тура килеүе – буласаҡ ғаиләнең  матур башланғысына ла нигеҙ һала. Аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, никах теркәргә теләүселәр бермә- бер артып китә.

Көҙгө һандар быйыл февраль айына тура килде. Никах теркәү ЗАГС-тарына нәҡ бөгөнгө көнгә 332 кеше ғариза тапшырырға теләгән. Ләкин психологтар, туйҙа матурлыҡ та, һан да түгел, ә бер- береңде аңлап, хөрмәт итеп, бәхетле йәшәү мөһим тип билдәләй.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-02-02/otlo-bul-yn-tuyy-y-2677373?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420
Автор:
Читайте нас: