Бөтә яңылыҡтар
Демография
27 Ғинуар 2022, 19:10

Вәсилә Сафиуллинаға – 102 йәш!

Солтанбәк ауылында йәшәүсе күпте күргән, күпте кисергән йөҙйәшәр ағинәйҙе бөгөн тыуған көнө менән ҡотланылар.

Вәсилә Сафиуллинаға – 102 йәш!
Вәсилә Сафиуллинаға – 102 йәш!

 

 

Солтанбәк ауылында йәшәүсе Вәсилә Сафиуллинаға 102 йәш тулды. Күркәм ғүмер байрамы менән йөҙйәшәр ағинәйҙе Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов һәм Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов ихлас ҡотланы.

Бер быуаттан артыҡ ғүмер кисереүсе ағинәй бөгөн дә аныҡ зиһендә, ил-көн яңылыҡтары менән хәбәрҙар, ихлас һөйләшә, тик күҙҙәре һуҡырайыуы ғына уға ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Бөгөн Вәсилә ағинәй һеңлеһенең ейәнсәре Рәүзиә апай Суфиянова һәм уның ғаиләһе тәрбиәһендә ҡәҙер-хөрмәт күреп ғүмер кисерә.

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: