Йәнтөйәк
-2 °С
Облачно
Антитеррор
Демография
4 Января 2022, 04:30

Өсләтә бәхет

Миләүшә һәм Илшат Хөснуллиндар ҡыҙҙары Йәсминә, Амелия һәм Эмилияның донъяға килеүенә шатланып бөтә алмай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өсләтә бәхетӨсләтә бәхет
Өсләтә бәхет

2021 йыл Миләүшә һәм Илшат Хөснуллиндар ғаиләһе өсөн иң ҡәҙерле хыялдарының тормошҡа ашыу йылы булды - уларҙың ҡыҙҙары Йәсминә, Амелия һәм Эмилия тыуҙы.

Яңы йыл алдынан ата-әсәләрҙе был мөһим ваҡиға менән Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев ҡотланы!

"Илшат, Миләүшә! Ата-әсә булыу теләгегеҙҙең ҙур булыуын беләм һәм хәҙер һеҙҙең ҙур, ныҡлы ғаиләгеҙҙең Балтас районында бәхетле ғаиләләрҙең береһе булыуына бик шатмын. Ғаиләгеҙгә тыныслыҡ, сабырлыҡ һәм именлек, ә ҡыҙҙарға ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле бала саҡ теләйем», - тип район хакимиәте башлығы балаларға үҙ исеменән һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин исеменән Яңы йыл бүләктәре тапшырҙы.

Гөлназ Ғәлләмова.

Өсләтә бәхет
Өсләтә бәхет
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас