Бөтә яңылыҡтар
Демография
8 Ноябрь 2021, 19:20

Һынауҙарға бирешмәгән, ғүмер юлын лайыҡлы үткән

Ҡашҡа ауылында йәшәүсе оло хөрмәткә лайыҡ тыл ветераны Васби Имаммөхәмәт улы Имаевты бөгөн 95 йәшлек оло юбилейы менән тәбрикләнеләр.  

Һынауҙарға бирешмәгән, ғүмер юлын лайыҡлы үткән
Һынауҙарға бирешмәгән, ғүмер юлын лайыҡлы үткән

Оҙон ғүмерле өләсәй-олатайҙар һәр ауылдың ғорурлығы, йәш быуын өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт һәм сыҙамлылыҡ өлгөһө булып тора. Шундай өлгөлө аҡһаҡалдарҙың береһе – Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Васби Имаммөхәмәт улы Имаев бөгөн 95 йәшлек оло юбилейын билдәләне.

Васби олатайҙы күркәм ғүмер байрамы менән ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева менән Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов, юбилярҙың балалары килде.
Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған, ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән юбилярға улар иң изге теләктәрен еткереп, Рəсəй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау открыткаһын һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы. Васби Имаммөхәмәт улы ил-көн яңылыҡтарын белеп тора, хәтере лә яҡшы, шуға ҡунаҡтар менән  дә ихлас аралашты, килеп хәл белеп, ҡотлағандары өсөн  рәхмәт белдереп, бик ҡыуанды.

Васби Имаммөхәмәт улының тормош юлы ла еңел генә бирелмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән ауырлыҡтар, яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы, аттай егелеп эш итеү - былар барыһы ла тыл ветеранының башынан үткән һынауҙар.
Васби олатай 1926 йылның 8 ноябрендә Ҡашҡа ауылында Шәмсүнә Ғатаулла ҡыҙы менән Имаммөхәмәт Мөхәммәтәмин улы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Унан һуң тағы дүрт сабый тыуа, тик уларҙың өсөһө төрлө сирҙән бик йәшләй вафат була. Үҙенә лә тормоштоң сикһеҙ асы хәсрәт-ҡайғыларын йөрәге аша үткәрергә тура килә.
10 йәшендә атайһыҙ ҡала, 17 йәшендә рәхимһеҙ үлем әсәһен дә тартып ала. Бына шулай ул 14 йәшлек һеңлеһе Хәсәнә менән өләсәһе Ғәшиә (олатаһы Әмин дә донъя ҡуя) тәрбиәһендә буй еткерә. Ул ваҡыттағы аслыҡ-яланғаслыҡҡа, етемлеккә бирешмәй, Ҡашҡа мәктәбендә ете класс белем ала. Уҡыуға бик тырыш, зирәк була, тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшә, уның уңыштары уҡыу йылының һәр сиреге аҙағында Маҡтау грамоталары менән билдәләнеп бара. Шуныһы ҡыҙғаныс: Васби Имаммөхәмәт улына юғары белем алырға мөмкинлек булмаған. Ул ғына ла түгел, тормошта уны тағы ла бер һынау көтә — 7-се класта уҡыған сағында ағас киҫкәндә ботаҡ эләгеп, бер күҙен йәрәхәтләй. Ваҡытында тейешле медицина ярҙамы күрһәтелмәгәнлектән, ул күҙе һуҡырая. Ауыр һуғыш йылдарында йәштәштәре кеүек Васби Имөммөхәмәт улына ла барыһын да эшләргә тура килә — башаҡ йыйыу тиһеңме, утаумы, бесән хәҙерләүме, ат менән ер һөрөүме, ашлыҡ һуғыумы, елгәреүме, урман киҫеүме...
1944 йылда ул Асҡында курстарҙа уҡып, тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә һәм 1950 йылға ҡәҙәр тракторсы, кәрәк саҡта комбайнсы ярҙамсыһы булып фиҙаҡәр хеҙмәт һала. Уның тырышлығы 1947 йылда “Данлы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән баһалана. Был уның беренсе наградаһы була. Уңған, эшен еренә еткереп башҡарған, кешеләр менән һәр саҡ яҡшы мөғәмәләлә булған Васби Имаевты күп тә үтмәй Ҡашҡа ауыл Советына секретарь итеп һайлап ҡуялар. Унан һуңғы йылдарҙа ул ауыл Советы рәйесе , “Төй” совхозында иҡтисадсы, баш иҡтисадсы, совхоз директоры ярҙамсыһы вазифаларын башҡара. Төп эше менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша: Беренсел партия ойошмаһы секретары урынбаҫары, Иптәштәр суды рәйесе, партком секретары урынбаҫары, эшселәр комитеты рәйесе, ауыл Советы депутаты — быларҙың барыһын да ул бик етди ҡарап, көсөн йәлләмәйенсә эшләй. Белемен камиллаштырыу өсөн ул Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә махсус курстарҙа уҡып ҡайта. Был уға тағы ла тырышыбыраҡ, һөҙөмтәлерәк эшләргә мөмкинлек бирә. Йөкләтелгәндәрҙе уңышлы үтәгәне өсөн уға “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелгән һәм башҡа бик күп миҙалдар, КПСС-тың Асҡын район комитеты һәм район Советы башҡарма комитетының, шулай уҡ совхоз дирекцияһының, партия һәм эшселәр комитетының Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүлктәре тапшырылған. Күп йылдар район гәзиттәренең иң әүҙем ауыл хәбәрсеһе булараҡ, Васби Имаев ул саҡтағы мөхәррир Әнүәр Әсраров менән БР Яҙыусылар союзының 2-се съезында, райондан берҙән-бер делегат булып һайланып, ҡатнаша. Ул был йылдарҙы бик һағынып иҫкә ала.
Васби Имаммөхәммәт улы 1946 йылда Шәмсия Дилмөхәмәт ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, ете баланы — дүрт ул Фәйзелғаян, Мәүлитйән, Рәиф, Равиль һәм өс ҡыҙ Тәғлимә, Мәүлидинә, Мәүғидәне үҙҙәре кеүек аҡыллы, эшһөйәр итеп тәрбиәләп үҫтереп, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итәләр. Хәҙер инде уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән татыу ғүмер итә, балалар үҫтереп, инде күптән үҙ ейән-ейәнсәрҙәрен һөйә. Бөгөн Васби Имаевтың 23 ейән-ейәнсәре, 40 бүлә-бүләсәре бар. Был үҙе ҙур байлыҡ, оло шатлыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Васби олатайға тормош бала сағында ғына түгел, олоғайған сағында ла һынауҙар әҙерләй. Хаҡлы ялға сығып, яңы йорт төҙөп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр уңышына шатланып йәшәгән саҡта тормош иптәше ауыр сирҙән донъя ҡуя. Яңғыҙлыҡ, донъя көтөү ауырлыҡтарын еңеләйтеү теләге менән бынан 22 йыл элек Солтанбәк ауылында йәшәгән ҡул эштәренә һәм аш-һыуға оҫта Зәнүфә Ғимран ҡыҙына тәҡдим яһай. Шул ваҡыттан башлап барлыҡ мәшәҡәттәрҙе бергә кисереп, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, бер-береһенә терәк-таяныс булып, балаларын һөйөндөрөп йәшәйҙәр. Уларға кем генә килһә лә асыҡ йөҙ, һый-хөрмәт менән ҡаршы алалар.
Улар икеһе лә иман юлында, изге доғалар ҡылып, намаҙ уҡыйҙар, ваҡытында ураҙаны ла ҡалдырмағандар, дини сараларҙа ла ҡатнашҡандар. Васби Имаммөхәмәт улының уҙған тормош юлына күҙ һалғас, уның һәр осоронда ауыр һынауҙар, игелекле эштәр, изге ғәмәлдәр күп булыуын аңлайһың. Балаларына хәстәрлекле атай, яратҡан олатай һәм ҡарт олатай, яҡындарына кәңәшсе, кешеләргә ғүмере буйы гел игелек эшләүсе аҡһаҡал ғаиләһе өсөн генә түгел, бик күптәр өсөн йәшәү үрнәге. Бөгөн дә уның аң-белеменә, зиһененә, фекерләү ҡеүәһенә таң ҡалырлыҡ. Һәр кемде исеме менән хәтерләй, ваҡиғаларҙы тәфсирләп һүрәтләп бирә, район, республика, ил яңылыҡтары менән даими танышып бара. Һәр әйткән һүҙе мәғәнәле, ғибрәтле, тәрбиәнең үҙе. Һәр саҡ радио тыңлап, гәзит уҡып (һуңғы йылда ғына, күҙе һуҡырайыу сәбәпле, гәзит-журналдар уҡыуҙан мәхрүм ҡала) мәғлүмәтле булып йәшәй. Васби олатайҙың балалары яҡындары килеп, йыраҡтағылары  телефон аша хәлен белеп тора. Күршелә генә йәшәгән Равиль улы менән Клара килене, Мәүлидинә ҡыҙы көн дә эргәһендә ярҙам итә., Асҡындан Тәғлимә ҡыҙы менән Мәүдүт кейәүе лә  йыш ҡайта.
Васби Имаммөхәммәт улы оҙон ғүмер кисереү сере менән дә уртаҡлашты. ”Мин алкоголле эсемлектәргә һәм тәмәке тартыуға ҡаршы булдым, сәләмәт тормошта йәшәргә тырыштым. Һеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем”, – тип изге теләктәрен еткерҙе күпте күргән, күпте кисергән аҡһаҡал.

 Васби Имаммөхәмәт улын  беҙ ҙә ихлас күңелдән оло юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: иҫән-һау булып, артабан да шулай балалар-ейәндәр  уңыштарына һөйөнөп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.
Наилә Имаева.

Һынауҙарға бирешмәгән, ғүмер юлын лайыҡлы үткән
Һынауҙарға бирешмәгән, ғүмер юлын лайыҡлы үткән
Һынауҙарға бирешмәгән, ғүмер юлын лайыҡлы үткән
Һынауҙарға бирешмәгән, ғүмер юлын лайыҡлы үткән
Һынауҙарға бирешмәгән, ғүмер юлын лайыҡлы үткән
Читайте нас: