Быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең дә ҙур өлөшө ғаиләләргә, балаларға арналды. Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, мәктәп уҡыусылары тәрбиәләгән һәр ғаилә 10 мең һум аласаҡ. Бынан тыш та ярҙам буласаҡ. Бына улар.
– Әсәй йәки атай балаһын яңғыҙы тәрбиәләй икән, уларға ярҙам итергә кәрәк. Бында бала тыуыуы тураһындағы таныҡлыҡта бер генә ата-әсәнең яҙылыуы шарт йәки ата-әсә айырылышҡан булырға тейеш. 1 июлдән алып 8-16 йәшлек тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫкән балаларға ай һайын 5600 һум аҡса түләнәсәк, – тине Владимир Путин.
Шулай уҡ Владимир Путин матди ауырлыҡ кисергән һәм бала көткән ҡатындарға ла ярҙам итмәксе. “Буласаҡ әсә дәүләт ярҙамын тойорға, сабыйын имен тыуҙырырға тейеш. Шуға күрә иртә срокта иҫәпкә торған һәм ауыр матди хәлдә булған ҡатын-ҡыҙҙарға ай һайын 6350 һум аҡса түләргә тәҡдим итәм”, – тине ул.
Тағы бер ярҙам сараһы – ете йәшкә тиклемге балаһы ауырыған осраҡта әсә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронда эш хаҡының 100 проценты кимәлендә түләү аласаҡ.