Бөтә яңылыҡтар
Демография
5 Март 2020, 14:13

Хәбиров тәүге сабыйға шатланған

#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге битендә Бәләбәй ҡалаһындағы бала табыу йортонда донъяға килгән сабыйҙың фотоһын ҡуйған.
- Был сабыйға ҡарап, бөтә ҡала менән шатланабыҙ, - тип яҙған республика етәксеһе. - Ни өсөн тигәндә, был учреждениелағы “һаҡаллы” ремонт бәләбәйҙәрҙең үҙәгенә үтте. Бала табыу йорто 2015 йылдан алып эшләмәне. Бик насар яһалған ремонт арҡаһында унда пациенттарҙы урынлаштырыу хәүефле ине. Йөклө ҡатындарҙы Октябрьский, Өфө ҡалаларына йәиһә Бишбүләк дауаханаһына ебәрергә мәжбүр булдылар. Былтыр яҙ республика Хөкүмәте бинаны яңынан ремонтлауға мөмкинлек тапты. Шулай итеп, 2012 йылда башланған капиталь ремонт бары 2020 йыл башында ғына тамамланды. Яңырған медицина учреждениеһында сабыйҙарҙың тәүге ауаздары артынан яңылары яңғырар тип өмөтләнәбеҙ.
Фото:Башинформ.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: