Бөтә яңылыҡтар
Демография
20 Февраль 2020, 16:12

"Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булдылар

Был ҡатындар өсөн тормошта иң ҡәҙерлеһе балалар. #детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары

Республика ҡатындары араһынан тағы 50-һе юғары наградаға – “Әсәлек даны “ миҙалын алып ҡыуанды.
Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл заттарҙы БР Хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров ҡотланы.
Бөгөн төбәктә 50 меңдән ашыу ҡатын күп балалы әсә булып иҫәпләнә, һанап сығарһаң, был ҡатындар 160 мең самаһы бала тәрбиәләй.
Республикала “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылдан алып тапшырыла.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас: