Бөтә яңылыҡтар
Демография
11 Февраль 2020, 12:08

Өс бала — өс таған

Мишкә районынан Хәсәновтар ҙа хөкүмәт ярҙамын тойоп, һөйөнөп балалар үҫтерә#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары

Дәүләт башлығы Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә демография мәсьәләләренә ҙур урын бирелде. Президент ҡуйған бурыстарҙың иң мөһиме әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙамға арналды. Балалар булған ғаиләләргә өҫтәмә ташламалар, пособиелар, программалар байтаҡ. Мишкә ауылынан Хәсәновтар ғаиләһе лә дәүләт ярҙамы булыуына һөйөнә.
Лилиә һәм Илдар Хәсәновтар күптән түгел күп балалы ғаилә статусына эйә булды. Өйҙәренә йәм өҫтәп, ағайҙарына иптәш булып, Камил исемле улдары тыуҙы. Оло улдары Айнур Флорид Бүләков исемендәге 1-се лицейҙа 3-сө класта уҡый. Математика, башҡорт теле, физкультура дәрестәрен үҙ итә. Айнур спорт менән дуҫ: футбол, йөҙөү менән шөғөлләнә. Биш йәшлек Искәндәр балалар баҡсаһына йөрөй. Ул һүрәт төшөрөргә, йыр-бейеүгә маһир.
Ғаилә башлығы Илдар Рәдис улы район дауаханаһында эшләй. Лилиә Мәүлит ҡыҙы район мәғариф бүлегендә туған телдәр методисы. Йәш ғаилә ҡош-ҡорт үрсетә, йәйгеһен баҡса үҫтерә. Мишкәлә уларҙы күп төрлө сәскә үҫтереүселәр булараҡ та беләләр. Район Мәҙәниәт һарайы үткәргән Сәскәләр байрамында йыл да призлы урын яулайҙар. Уларҙың ихатаһын, гөл-сәскәләрен Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Баҡса” программаһына ла төшөрә.
Хәсәновтар балалы ғаиләләргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамдарынан ситтә ҡалманы. Күп балалы ғаилә булараҡ танытма алғандар, был документ менән урындағы “Триумф” физкультура-һауыҡтырыу комплексына 50 процент ташлама менән бассейнға йөрөйҙәр. 16 йәшкә тиклем түләнә торған пособие, өсөнсө һәм унан һуңғы балалар өсөн өҫтәмә түләүҙәр ала йәш ғаилә. Унан тыш мәктәптә уҡыған Айнур ашханала бушлай туҡлана, мәктәп формаһы өсөн ике йылға бер аҡса түләнә. Тағы ла газ-утҡа компенсация, транспорт өсөн налогҡа ташлама ҡаралған уларға. Бәләкәскә дауахананан бушлай бутҡа, дарыуҙар бирелә. “Ысынлап та, балалы ғаиләләргә хөкүмәт, ниһайәт, йөҙө менән боролдо. Бындай ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында яңы закондар, бик күп дәүләт программалары ҡабул ителде. Бер нисә йыл элек бындай ярҙамға өмөт итергә генә мөмкин ине. Балиғ булмағандарҙың бушлай белем алыуы, медицина хеҙмәте менән ҡулланыуы, шифаханаларҙа ял итеүе республикабыҙҙа яҡшы ойошторолған. Һәр бала үҙ бәхете, үҙ ризығы менән тыуа, тиһәләр ҙә, дәүләт ярҙамы булыуы киләсәккә тағы ла ышаныс өҫтәй. Өс балам — өс тағаным, бәхетем", — ти Лилиә Хәсәнова.

Наилә Имаева.
Читайте нас: