Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Ғаиләм — ҡәлғәм
18 Ғинуар , 10:00

“Иң мөһиме — берҙәмлек”

ти Байшаҙы ауылында йәшәүсе Дәрбинә һәм Айдар Нуртдиновтар

“Иң мөһиме — берҙәмлек”
“Иң мөһиме — берҙәмлек”

Районыбыҙҙа өлгөлө ғаиләләр бик күп. Улар ғүмер буйы бер-береһенә булған тоғролоҡто, хөрмәтте, иң мөһиме, мөхәббәтте һаҡлап ҡала алған.
Байшаҙы ауылында Дәрбинә һәм Айдар Нуртдиновтарҙың татыу ғаиләһе йәшәй. Улар 1988 йылдың майында өйләнешә һәм шул ваҡыттан бирле был парҙың ғаилә усағы тыныслыҡ, татыулыҡ менән тула. Улар бер-береһенә ихтирамлы, сабыр була. Иң мөһиме — олоғайған көндә иҫән-имен, һау-сәләмәт булырға, балалар һәм ейәндәр менән, уларҙың шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә теләктәре.
Нәҡ бына мөхәббәт һәм тоғролоҡта Айдар ағай менән Дәрбинә апай ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Алеся ғаиләһе менән Дүртөйлө районы Әнгәсәк ауылында йәшәй. Улдары Андрей ата-әсәһенән йыраҡ китмәй, ғаиләһе менән Борай ауылында төпләнә. Ирле-ҡатынлы үҙ балаларында тыуған яҡҡа, тыуған нигеҙгә һөйөү, ололарға хөрмәт тәрбиәләй.
Нуртдиновтар ғаиләһенең тормош девизы — хеҙмәт. Айдар ағай ауыл хужалығында тракторҙа ла, комбайнда ла эшләгән. Йәш саҡтан уҡ умартасылыҡ менән ҡыҙыҡһынған. Әлеге ваҡытта М-12 трассаһы төҙөлөшөндә хеҙмәт һала. Байшаҙы ауылының старостаһы ла булып тора. Юлдарҙы төҙөкләндерергә, сүп-сар түгергә, зыяратта үҫкән үләндәрҙе саптырырға, өмә үткәрергә тиһәң, Айдар ағай ялт итеп килеп тә етә, барлыҡ сараларҙы ойоштороп та ҡуя.
Дәрбинә апай оҙаҡ йылдар Байшаҙы һәм Арҙаш ауылдары фельдшеры булып эшләй. Ҡыштың көслө һалҡындары, йәйҙең эҫе көндәрендә лә ул ауылдаштарына медицина ярҙамы күрһәтергә ашыға.
37 йылға яҡын тормош юлынан татыулыҡта һәм мөхәббәттә атлай Нуртдиновтар. “Әйтерһең дә, бөгөн генә өйләнештек”, — тип йылмая Айдар ағай.
Улар ауыл биләмәһе тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, күп саралар үткәреүҙә ярҙам итә.

Лира ЮРАСОВА.

Борай районы.

 

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: