Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй кимәлендә милли матурлыҡ конкурсы финалы үтте. Унда Бөрө ҡыҙы, 8-се урта мәктәптең 5-се класс һәм “Маски” өлгөлө заманса эстрада һәм бал бейеүҙәре театры берекмәһе уҡыусыһы Самира Хәйфуллина ҡатнашып, беренсе урын яуланы. Интернет селтәрендә был мәғлүмәтте күргәс тә, талантлы ҡыҙҙың ата-әсәһе менән яҡындан танышыу теләге тыуҙы.
Ғаилә башлығы Руслан Илдар улы 25 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. Тикшереү изоляторында, аҙаҡ янғын хәүефһеҙлегендә янғын һүндереүсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Шуға ла бөтә буш ваҡытын ғаиләһенә һәм яратҡан шөғөлө – автомобиль спортына арнай. Әүҙем тормош яҡлы кеше булараҡ, Бөрө ҡалаһының атайҙар советы рәйесе, “Внедорожник” автоклубы ағзаһы булып тора.
Илмира Илнас ҡыҙы Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән. 2005 йылда Бөрө дәүләт социаль педагогия академияһының химия һәм биология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ләкин һөнәре буйынса түгел, ә күңеленә хуш килгән Рәсәй дәүләт страховкалау ойошмаһының Бөрө филиалында эшләй. Тәүҙә агенттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса менеджер, аҙаҡ юғалған килемде көйләү бүлегендә белгес була. Балалар бәләкәй булғанда 14-се балалар баҡсаһында, Бөрө психология-медицина-педагогия төбәк комиссияһында документтар менән эшләй.
Илмира әле декрет ялында. Шуға ла бөтә ваҡытын һәм көсөн ғаиләһенә, балаларына бүлә. 11 йәшлек Самираға, туғыҙ йәшлек Надирға һәм яңы бер йәшен тултырған Мәҙинәгә хәстәрлекле әсәй ул. Самира менән Надир икеһе лә яҡшы уҡыуҙары менән һөйөндөрә, дәрестән тыш бейеүгә йөрөй. Надир тағы ла робототехника менән шөғөлләнә, атаһы менән ярышҡа барырға ярата.
Самираның уңыштары менән яҡындан танышабыҙ. Быйыл йәй ул Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында үткән “Башҡортостан гүзәле” матурлыҡ һәм традициялар республика конкурсында еңеү яулаған. Уңышлы сығышынан һуң конкурстың директоры Айгөл Үтәгәнова тәҡдиме менән Самира республика данын ил кимәлендә яҡларға сыға һәм был юлы ла һынатмай.
Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсы Рәсәй халыҡтар ассамблеяһы һәм Рәсәй халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамы менән ойошторолоп, Кремлдең Бояр залында үтә. Финалға илдең төрлө төбәктәренән 50-нән ашыу һылыуҡай йыйыла. Ҡыҙҙар, тәү сиратта, ғаиләлә һаҡланған милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы пропагандалай. Шуға күрә уларҙың буй-һыны ғына түгел, ә эске күңел донъяһы, бөтә кешегә өлгө булырҙай мәңгелек ҡиммәттәрҙе күрһәтә алырлыҡ һәләттәре баһалана. Жюри составында күренекле театр блогеры Ирина Аренкова һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгений Герчаков, «Универ. Новая общага» (ТНТ) тапшырыуы йондоҙо Константин Шелягин була. Һөҙөмтәлә йәш категорияһы буйынса дүрт номинацияла еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнә. Самира «National superstar of Russia» номинацияһында I урын яулай һәм уға диплом, иҫтәлекле бүләктәр, ҡулдан эшләнгән матур таж тапшырыла.
Татыулыҡ, ғаилә традициялары, әлбиттә, бөгөн генә барлыҡҡа килгән ҡиммәттәр түгел. Хәйфуллиндарҙың ата-әсәләре лә маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ. Илмираның атаһы Илнас Әнәс улы Сәмиғуллин Бөрө үҙәк дауаханаһының наркология бүлегендә 40 йылдан ашыу эшләй, ә әсәһе Фәрдүнә Сәлимгәүһәр ҡыҙы Рәсәй дәүләт страховкалау ойошмаһында баш бухгалтер вазифаһын башҡара. Бөгөн икеһе лә хаҡлы ялда. Русландың ата-әсәһе лә эшһөйәр, талапсан була. Дөлхизә Әғзәм ҡыҙы 35 йыл 13-сө “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһында эшләй, ә Илдар Кәүсәр улы ғүмер буйы водитель булып хеҙмәт һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ете йыл элек вафат була.
“Тормош иптәшем Руслан әйтеүенсә, балаларыбыҙ мөхәббәт орлоғонан яралған. Уларҙы һөйөү, иғтибар һәм ихтирам менән үҫтерергә тырышабыҙ. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, ынтылыштары менән йәшәйбеҙ, әлбиттә, үҙебеҙ тураһында ла онотмайбыҙ. Бөтә эште бергәләп башҡарабыҙ”, – ти Илмира Илнас ҡыҙы.
Ғаиләңдең бөтөн, балаларыңдың һау-сәләмәт булыуы — үҙе бер бәхет. Ә әсә кешегә шунан да ҙур шатлыҡтың булыуы мөмкин түгел. Хәйфуллиндар ғаиләһенә лә балалар бәхете, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.