Резеда Винер ҡыҙы — башҡорт, ә Алексей Хасимйән улы удмурт милләтенән. Был күркәм ғаиләнең тормош девизы: “Ҡартайғансы тигеҙлектә, бергә тормош көтөргә, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла һәр саҡ уртаҡ итергә”.
Резеда сығышы менән Белорет районы Үрге Әүжән ауылынан. Дүрт-биш йәшендә ата-әсәһе менән Тәтешле районы Кардон-Әрибаш ауылына күсенеп киләләр. Ошонда урта мәктәпте тамамлағас, ашнаҡсыға уҡырға инә. Ғаилә башлығы — Байшаҙы ауылы егете. Тепляк мәктәбен тамамлағас, ауыл хужалығында комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй башлай. Ырымбур өлкәһендәге Тоцк ҡалаһында танк ғәскәрендә ике йыл хәрби бурысын үтәй. Тыуған яғына ҡайтҡас, хужалыҡта эшләүен дауам итә. Зоотехник, келәт мөдире, электромеханик та була.
Алексейҙың апаһы Тәтешле районына кейәүгә сыға. Уларға ҡунаҡҡа барғас, йәш егет һылыу ҡыҙ Резеданы күреп ғашиҡ була, ҡунаҡҡа саҡыра. Бер нимә лә һиҙенмәгән ҡыҙ Байшаҙы ауылына ҡунаҡҡа килә... Уға яңы ғына 18 йәш тулған була ул ваҡытта. Матур итеп туй үткәреп, бергә йәшәй башлайҙар.
— Урлап алып ҡайтты мине Алексей. Быйыл бергә йәшәүебеҙгә 18 йыл тула. Бер ауыр һүҙ ҙә ишетмәнем тормош иптәшемдән, — тип һөйләй Резеда.
Шаһиевтар бик тырыш ғаилә. Һарай тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарайҙар. Береһенән-береһе мөләйем өс бала үҫтерәләр. Резеда ла, Алексей ҙа күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме, бала ярата. “Әсәйемдән өлгө алғанмындыр, — тип йылмая Резеда. — Һәр сабый үҙ бәхете менән тыуа”.
Ысынлап та, балалары бик тырыш, аҡыллы. “Ғаилә бәхәте — балала”, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.
— Ауылыбыҙҙа балалар баҡсаһы, мәктәп, магазиндар булмаһа ла, зарланғаныбыҙ юҡ. Бер-береңә ҡарата мөхәббәт булғанда, эргәбеҙҙә сабыйҙарыбыҙ бөтөрөлгәндә, беҙгә башҡа бер ни кәрәк түгел. Унан һәр баланың донъяға үҙ ризығы менән тыуыуын да онотмаҫҡа кәрәк. Резеда ла, мин дә һәр саҡ ишле бала үҫтереү тураһында хыялландыҡ. Аллаға шөкөр, тормошобоҙ биҙәктәре күҙгә күренеп үҫеп килә, — ти Алексей. — Көндөҙ ваҡытым эштә уҙһа, кистәрен һәм ял көндәрен иһә балалар янында булырға тырышам. Беҙ бергәләп тәбиғәт ҡосағына сығырға, балыҡҡа йөрөргә, ҡышын саңғыла шыуырға яратабыҙ. Диана менән Сафина — әсәләренең уң ҡулы. Ә Костя иһә — минең ярҙамсым. Уларҙың үҙҙәренән кеселәрҙе һәм өлкәндәрҙе хөрмәт итеүҙәрен күреп күңелем ҡыуана, дөрөҫ тәрбиә бирәбеҙ, тип ғорурланып ҡуям.
Диана Борай мәктәбендә уҡый. Саңғыла шыуырға, волейбол уйнарға ярата. Костя менән Сафина Тәтешле районы Аҡбулат ауылында белем ала. Эйе, балалар үҫә, тормош дауам итә.
Шаһиевтар ғаиләһендә милләт-ара дуҫлыҡ көслө. Башҡорт һәм удмурт йолаларын берҙәм башҡарып йәшәй улар.
— Нисек уйлайһығыҙ, ҡатнаш никах йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға ярҙам итә аламы? — тип һораным уларҙан.
— Хәҙерге быуын бындай никахтарға беҙҙең ата-бабаларға ҡарағанда еңелерәк ҡарашта. Ҡан ҡушырға ярамай имеш, тигән ышаныуҙар иҫкереп бара. Бындай ғаиләләр һаны йәмғиәттә үҫкәндән-үҫә. Хәҙер билингвизм темаһы ла бик көнүҙәк, күп телдәрҙе белеү модала. Шуға күрә, беҙ милләт-ара никахтың ыңғай яҡтарының күберәк булыуына ышанабыҙ, — ти Резеда Винер ҡыҙы һәм Алексей Хасимйән улы.
Лира Юрасова.
Борай районы.