Алһыу һәм Иректең мөхәббәт тарихы үҙенсәлекле. Ҡыҙҙың уҡыуын тамамлап район Мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөгән ваҡыты, ә егет дуҫы эргәһенә килгән була бирегә. Ике йәш йөрәк бер-береһен бер күреүҙән оҡшата. Оҙаҡ осрашып йөрөмәйҙәр, тиҙ арала матур туйҙар үткәреп, бергә ғүмер итә башлайҙар. Шулай итеп, бына 13 йыл инде бәхетле ғүмер кисерә улар.
Ғәлиәхмәтовтарҙың оло ҡыҙҙары Сабинаға 12 йәш, ул 6-сы класта уҡый. Икенсе ҡыҙҙары Сафияға һигеҙ йәш, ул 2-се класта белем ала. Төпсөктәре Иделияға бер йәш тә юҡ әлегә.
Ауыл ерендә эш етерлек. Бар хужалыҡ мәшәҡәттәрен бергәләп башҡара Ғәлиәхмәтовтар, шулай еңел дә, күңелле лә, тиҙәр. Күрше-тирә менән дә дуҫ-татыу, ярҙамлашып йәшәйҙәр.
Беҙ ишле балалы ғаилә булараҡ, дәүләт тарафынан бик күп ярҙам сараларынан файҙаландыҡ. Беренсе ҡыҙыбыҙ тыуғас, ер участкаһы алдыҡ. Икенсе ҡыҙыбыҙ донъяға килгәс, әсә капиталы аҡсаһы ярҙамында йорт һала башланыҡ. Өсөнсө бала тыуыу менән ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум аҡса алдыҡ. Шулай уҡ пособие ла алабыҙ, мәктәптә балаларҙың туҡланыуы бушлай. Эш һөйгән, тыуған ерен яратҡан кешегә ауылда ла етеш тормошта йәшәргә мөмкинлектәр күп. Мал ҡарайбыҙ, еләк-емеш үҫтерәбеҙ. Ишле ғаиләлә балалар ҙа эшкә өйрәнеп, бер-береһен хәстәрләп, олоно — оло, кесене кесе итергә өйрәнеп үҫә. Барыбыҙға ла мәғлүм: ғаилә — ул йылылыҡ һәм мөхәббәт усағы.
Ул һәр ваҡыт йәмғиәттең рухи сәләмәтлеге һағында торасаҡ. Ғаиләләр ныҡлы булып, һәр балаға тигеҙ ҡанаттар аҫтында үҫергә яҙһын ине. Бәхетле бала саҡ — яҡты киләсәккә ышаныс ул, — тип һөйләй күп балалы әсә.
Әйткәндәй, хәҙер ишле бала үҫтереүҙән ҡурҡырға ярамай, сөнки ғаиләләр сабый тыуғандан алып бәлиғ булғансыға тиклем һәр этапта ярҙамға өмөт итә ала. Был фекер менән күп бала тәрбиәләгән ата-әсәләр риза булыр, моғайын. Шуның нәтижәһендә беҙ киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ, төбәгебеҙ һәм илебеҙ именлеге өсөн эшләйбеҙ, — тип ҡатыны һүҙҙәренә ҡушыла ғаилә башлығы.
Ирле-ҡатынлы Ғәлиәхмәтовтар һәр башланғыстарында бер-береһенә терәк булғас, һәр эште кәңәшләшеп башҡарғас, ғаилә караптары ла ныҡлы, ел-дауылдарға бирешмәй.
Республика етәкселеге күп балалы ғаиләләр тураһында хәстәрлек күрә, уңайлы шарттарҙа үҫеү мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, төбәк кимәлендә күп балалы ғаиләләрҙә алты йәшкә тиклемге сабыйҙарға бушлай дарыуҙар бирелә, балалар баҡсаһына уларҙы тәү сиратта ҡабул итәләр. Мәктәп уҡыусылары өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма алыу ҡаралған. Бынан тыш, бындай ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, шул иҫәптән ер участкалары алырға ярҙам итәләр. Быларҙың барыһы ла ҙур һәм татыу ғаилә ҡороу өсөн этәргес булып тора.
Республика Башлығы Радий Хәбиров:
“Беҙ матди байлыҡ, карьера, аҡса эшләү менән артыҡ мауыҡтыҡ. Шул уҡ ваҡытта иң мөһиме — ата-әсә булыу бәхете тураһында онотабыҙ. Беҙҙең юл — ныҡлы, күп балалы ғаиләләр, балаларҙы игелек, намыҫ, ғәҙел хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундары нигеҙендә тәрбиәләү”.
Фекер...
Зәйтүнә Муллаярова, район үҙәк дауаханаһы педиатры, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы:
Һәр бала үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуа. Ҡулдарында өсөнсө, дүртенсе, бишенсе балаһын күтәргән әсәйҙәрҙе күреп күңел шатлана. Ундай гүзәл заттарға афарин, тибеҙ! Республика етәкселеге тарафынан күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары булдырыу ошо ҡыуаныслы хәлдәргә этәргес булып тора. Иң мөһиме, балалар сәләмәт булһын.
Лира Юрасова.
Фото ғаилә архивынан.