Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
21 Август , 14:58

Шакировтарҙа — икеләтә байрам

Ауылда йәшәүсе ғаилә торлаҡ һатып алыуға сертификат алды

Шакировтарҙа — икеләтә байрам
Шакировтарҙа — икеләтә байрам

2024 йыл илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был ҡарар ғаиләләрҙе яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендәге сәйәсәтте популярлаштырыу маҡсатынан ҡабул ителде. Был йүнәлеш Башҡортостанда ла өҫтөнлөклө булып тора.
Балалы ғаиләләр республикала халыҡ һанының артыуын тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Улар — тотороҡло һәм сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе. Ныҡлы, татыу ғаиләлә яуаплы, тырыш һәм патриотик граждандар булып үҫеүсе балалар тәрбиәләнә. Демографик хәлде яҡшыртыу һәм балалар менән ата-әсәләргә
уңайлы шарттар булдырыу өсөн республика ғаилә институтына комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса сәйәсәт алып бара.
Башҡортостан күп балалы ғаиләләр тураһында һәр саҡ хәстәрлек күрә. Ә был уларға уңайлы шарттарҙа үҫеү мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, алты йәшкә ҡәҙәр күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар бирелә, ә балалар баҡсаларына уларҙы беренсе сиратта ҡабул итәләр. Мәктәп уҡыусылары өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма ҡаралған. Шулай уҡ бындай ғаиләләргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, шул иҫәптән ер участкалары алырға ярҙам итәләр.
Районда ла ғаиләләргә ярҙам итеү өҫтөнлөклө бурыс булып ҡала. Уларға республика, дәүләт ярҙамдарын алыуҙа ҙур булышлыҡ ителә. Мәҫәлән, быйыл Штәнде ауылынан Шакировтар ғаиләһе ауыл территорияһында йәшәүсе йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сиктәрендә үҙ торлаҡтарын һатып алыуға сертификатҡа эйә булды.
Гүзәл һәм Ирек Шакировтар йәш ғаилә булараҡ «Рәсәй Федерацияһы граждандарын һәр кем һатып ала алырлыҡ уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән итеү» дәүләт программаһында ҡатнашыусылар сиратында булған.
Иң мөғжизәлеһе – район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев ҡулынан торлаҡ һатып алыу өсөн сертификат алыу ҙа, улдары Эмир һәм Эмилдың тыуған көндәренә тура килгән. Бер көндә – икеләтә байрам булған Шакировтар ғаиләһендә.
— Сертификатҡа районда йорт һатып алдыҡ. Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү программаһы өсөн район, республика һәм дәүләт етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ. Башҡа ғаиләләр ҙә шулай ҡыҙыҡһынып, төрлө программаларҙа ҡатнашып, торлаҡлы булһын,—ти Штәнде урта мәктәбендә эшләүсе Гүзәл Шакирова.

— Рәсәй Президенты Ғаилә йылын иғлан итте. Был, үҙ сиратында, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләгә, ата-әсәләргә һәм балаларға бар яҡлап та ярҙам итеү — беҙҙең үҙгәрешһеҙ өҫтөнлөклө эшебеҙ икәнен иҫбатлап тора, — тип билдәләгәйне Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә. — Республика Хөкүмәте балаларҙы уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү өсөн даими һәм эҙмә-эҙлекле шарттар булдыра — яңы яҡшы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, спорт һәм уйын майҙансыҡтары асыла. Быларҙың барыһы ла йәш быуын сәләмәт кешеләр булып үҫһен, беҙҙең юғары уҡыу йорттарында уҡып, артабан эш табып, үҙ ғаиләләрен булдыра алһын өсөн эшләнелә.


Фекер...
Район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡты һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе үҫтереү бүлеге начальнигы Алһыу Низамова:
— Үҙ торлағың булыу – һәр ғаиләнең изге хыялы. Айырыуса йәш ғаиләләрҙең. Бәхеткә, хәҙер дәүләт үҙ йортон булдырырға ынтылған йәш ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙа – илебеҙҙәге төрлө программалар сиктәрендә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә аҡса бүленә. Йәш ғаиләләргә ҡурҡмаҫҡа,булған программаларҙа ҡатнашырға теләр инем. Шулай уҡ яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып торорға кәрәк, сөнки даими рәүештә үҙгәрештәр булып тора.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:
Читайте нас: