Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Балалар — тормош мәғәнәбеҙ”

ти биш бала тәрбиәләүсе Наталья һәм Станислав Ишмырҙиндар

“Балалар — тормош мәғәнәбеҙ”
“Балалар — тормош мәғәнәбеҙ”

Башҡортостан — Иҙел буйы федераль округы төбәктәре араһында күп балалы ғаиләләр һаны буйынса лидер. Һуңғы тиҫтә йылда республикала бындай ғаиләләр һаны 59 меңгә еткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Иҙел буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урында тора. “Балалы 230 меңдән ашыу ғаилә төрлө ташламалар менән файҙалана, ә бала тыуыу һәм тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие түләүгә быйыл 25 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек”, — тигәйне Радий Хәбиров үткән йыл аҙағында БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә.

Ирсай ауылынан Ишмырҙиндар ғаиләһе биш бала тәрбиәләй. Өс ул һәм ике ҡыҙ бер-береһенә терәк булып үҫеп килә. Наталья Сергеевна һәм Станислав Витальевич икеһе лә милләте буйынса мари. Улар балаларын туған телдә аралашырға, милли йолаларға, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша.

Ишмырҙиндар 12 йыл элек дуҫтарында осрашып таныша. Наталья Ҡарға ауылында тыуған. Дүрт ҡыҙ араһында иң кесеһе булараҡ, бер-береһенә нисек ярҙамлашып үҫеүҙе яҡшы белә.

  • Мин һәр ваҡыт ғаиләмдең ҙур булыуын теләй инем. Балалар — минең тормошом, уның мәғәнәһе, шатлығы. Үҙ сабыйың тыуғас, улар үҫкән һайын бәхеттең мәғәнәһен яҡшыраҡ аңлайһың. Был үҙ балаңды ғына яратыу тигән һүҙ түгел. Мин һәр сабыйға ихтирам һәм һөйөү менән ҡарайым. Һинең балаңа ла шундай ҡараш булһа, кәрәк саҡта ярҙам күрһәтһәләр — был икеләтә шатлыҡ. Беҙ сабыйҙарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрһәткән  хөкүмәтебеҙгә лә рәхмәтлебеҙ, — ти бәхетле әсә.

Виолетта, Никита, Тимур, Егор һәм бәләкәй Ксения әсәйҙәренән уңған. Сөнки Наталья — ашнаҡсы-кондитер, ишле ғаиләгә ашарға әҙерләү уның яратҡан эше.

Бер бала менән генә ауыр, тигән фекер менән күп әсәй ризалашалыр, бәлки. Ғаиләлә бала тыуған һайын еңелерәк була: атай-әсәй эш эшләгәндә ололары кеселәрен ҡарай.

Виолетта ла әсәһенең төп ярҙамсыһы. Беренсе бала булғас, уның иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Ул ҡыйыу ҡыҙ, бер туғанын да ҡыйырһытырға бирмәй, бигерәк тә Ксенияны. Ә төпсөктәренә тиҙҙән бер йәш тула.  Ул һәр кис яңы өй төҙөү менән мәшғүл атаһын ҡыуанып ҡаршы ала. 

Станислав Витальевич Митрәй ауылында тыуған. Һөнәре буйынса водитель, Башҡортостандан ситтә геофизик булып эшләй.

Ишмырҙиндар өсөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәте башлығы ҡулынан Рәхмәт хаты алыу ҙур ҡыуаныс булды. Унда ата-әсә хеҙмәтенә һәм тәртипле балалар тәрбиәләгәндәре өсөн хөрмәт сағыла ине.

 

Виктория Ишмырҙина.

“Балалар — тормош мәғәнәбеҙ”
“Балалар — тормош мәғәнәбеҙ”
Автор:
Читайте нас: