24–26 майҙа баш ҡалабыҙҙа икенсе тапҡыр Китап байрамы гөрләп үтте. Быйылғы сара Өфөнөң 450 йыллығы, илһөйәрлек – махсус хәрби операцияға ярҙам, бөйөк шағир, рус әҙәбиәте классигы А. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыу, Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығы, Славян яҙмаһы көнө кеүек байтаҡ ҡына әһәмиәтле ваҡиғаларға арналды, шул уңайҙан уҙғарылған күп кенә әҙәби бәйгеләрҙең еңеүселәре лә тап ошо сарала тәбрик ителде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән башланып киткән был байрамдың беренсеһе үк үҙенең киң ҡоласлығы менән хайран иткәйне. Быйыл халыҡ-ара китап йәрминкәһе тағы ла масштаблыраҡ уҙҙы. 60 майҙансыҡта Рәсәй Федерацияһының 18 субъектынан һәм донъяның төрлө илдәренән килгән 230-ға яҡын нәшриәт вәкилдәре китап яратыусыларға үҙ тауарын тәҡдим итте. Шулай уҡ, китап һөйөүселәргә байрам кәйефе бүләк итер өсөн төрлө тарафтарҙан Өфөбөҙгә данлыҡлы яҙыусылар, рәссамдар, артистар ҙа килде.
Байрам сиктәрендә шулай уҡ быйыл Өфөлә беренсе тапҡыр Рәсәй Яҙыусылар союзының «Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәттәр дуҫлығы» пленумы үтте. Унда бөтә илдән яҙыусылар ойошмалары вәкилдәре йыйылды. Әҙәбиәтселәр китап индустрияһын үҫтереүгә, классик һәм заманса әҙәбиәтте популярлаштырыуға бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығына арналған тантанала бер төркөм ижад әһелдәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова һәм Яҙыусылар союзының идара рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булһа, яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова шағирҙар Дилә Булгакова менән Урал Ҡолошовҡа комитеттың Рәхмәт хатын тапшырҙы. Республиканың башҡа лайыҡлы наградалары үҙ хужаларын тапты.
«Китап байрамы» – авторҙар менән осрашыу, аралашыу майҙансығы ла. Мәҫәлән, донъяға билдәле Дарья Донцова, яҙыусы һәм сценарист Олег Рой менән осрашыуҙар ойошторолдо. Китап уҡыусылар шулай уҡ билдәле алып барыусы, «Баҡса – йыл әйләнәһенә» һәм «Баҡсасыларға кәңәштәр» программалары авторы Октябрина Ганичкина һәм алып барыусы Оксана Федорова менән дә шәхсән күрешә алды. Билдәле башҡорт яҙыусылары Айгиз Баймөхәмәтов, Миләүшә Ҡаһарманова, Марсель Сәлимов, Рәмил Сурағол һәм башҡаларҙың да яңы баҫмаларының презентациялары уҙҙы.
Һәр кис «Йондоҙҙар менән уҡыуҙар» уҙғарылды.
«Китап байрамы»на килеүселәргә рус һәм башҡорт әҙәбиәтенең иң яҡшы әҫәрҙәренең экранлаштырылған тамашаларын ҡарарға, халыҡ көйҙәренә бейергә, милли аш-һыуҙы тәмләргә тәҡдим иттеләр.
Китап йәрминкәһендә тәүге тапҡыр «Йәнле һүҙ» республика шиғри оҫталыҡ конкурсының финалы уҙҙы.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, «Шәжәрә байрамы» беренсе тапҡыр «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе менән бергә уҙғарылды. Ул республикала ғаилә традицияларын, урындағы кәсептәрҙе һәм традицион халыҡ кейемен, фольклорҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, уйындарҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
24 майҙа Аҡмулла сәхнәһендә «Ғаиләм – минең ҡәлғәм» республика конкурсының финал туры булды. Унда Башҡортостан райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән ғаиләләр ҡатнашты. Уларҙың иң-иңдәре генә гала-концертта сығыш яһаны. Сараға килгән ҡунаҡтар шулай уҡ уҙған йылдарҙағы лауреаттарҙың шәжәрәләре күргәҙмәһе менән таныша алды.
Фольклор коллективтары ҡатнашлығындағы гала-концерт һәм конкурс еңеүселәрен бүләкләү 25 майҙа үтте. Балтас районынан 13 бала тәрбиәләүсе Альбина һәм Винер Хәйҙәршиндар Гран-при яуланы. «Ғаиләм – минең ҡәлғәм» ғаилә халыҡ ижады конкурсына әҙерләнергә һәм сығыш яһарға уларға район Мәҙәниәт йортоноң Гөлназ Ғәлләмова етәкселегендәге “Малан” фольклор коллективы ярҙам итә. Хәйҙәршиндар «Минең ғаиләм» – театрлаштырылған тамаша рәүешендә визит карточкаһы әҙерләй, «Ғаилә тантанаһы – ғаилә традициялары» этабында «Миндек бәйләү» йолаһын сәхнәләштерә, «Бишек йыры»нда - ғаиләнең яратҡан бишек йырын, ә «Йондоҙло ғаилә» этабында дәртле итеп бейеү башҡара.
Әйткәндәй, был рухлы, ижади ҡарашлы ғаилә республикабыҙҙағы иң күп балалы ғаиләләрҙең береһе. Альбина Рәиф ҡыҙы менән Винер Флүр улы өс ейән-ейәнсәргә бына тигән өләсәй һәм олатай ҙа булған! Хәйҙәршиндар 2013 йылда — ”Ата-әсәлек даны” орденына, ә 2014 йылда «Фермер» модификациялы «ГАЗель Next» автомобиленә лайыҡ була. Рәсәй Президенты Владимир Путин ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөн 2022 йылда Альбина Хәйҙәршинаға «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исем бирҙе.
Наилә Имаева әҙерләне.