Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
7 Апрель , 21:50

Ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр

Ҡариҙел ауылында алтын туйҙарын  билдәләүсе ғаилә парҙарын ҡотланылар.

Ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр
Ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр

Ҡариҙел ауылында 50 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Альбина һәм Әсхәт Сәлимовтарҙы, Роза һәм Виталий Ишкилдиевтарҙы, Гүзәл һәм Фаил Ғәлимйәновтарҙы тәбрикләнеләр.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров юбилярҙарға иң изге теләктәрен еткереп, республика Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын һәм махсус бүләген тапшырҙы. Алтын туйҙарын билдәләүсе парҙарҙы Ҡариҙел ауыл биләмәһе башлығы Руслан Ильясов, ЗАГС бүлеге начальнигы Ленара Шәрифйәнова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Роза Ғиндуллина ла ихлас ҡотланы.

“Серҙәштәр“ төркөмө, Әлфис Сәхәбетдинов, Финғәт Хаматов, Зилә Рәхмәтова һәм Тәнзилә Яҡупова изге теләктәрен йыр-моңдар һәм шиғырҙар аша еткерҙе.

Ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр
Ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр
Ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр
Ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр
Ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр
Ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр
Читайте нас: