Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт ғаиләһе көнө менән!

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр Хәбибуллиндар республика конкурсының төбәк этабында ҡатнашты

Башҡорт ғаиләһе көнө менән!
Башҡорт ғаиләһе көнө менән!

Ғаиләле булыу һәр кем өсөн ҙур бәхет, ул һәр бер кешене йылытыусы усаҡ. Бөрө ҡалаһында исемдәре күптәргә таныш Рәсилә һәм Илгиз Хәбибуллиндар ҙа 13 йыл бергә татыу бәхетле ғүмер итә. Улар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2024» асыҡ республика конкурсының төбәк этабында ҡатнашып, “Ғаилә йолалары” номинацияһында 3-сө урын яуланы. Өс ҡыҙ тәрбиәләүсе бәхетле әсәй менән ғаилә ҡиммәттәре тураһында әңгәмәләштек.
— Рәсилә Ғилемхан ҡыҙы, һеҙ тыумышығыҙ менән ҡайҙан? Үҙегеҙ тураһында һөйләп китегеҙсе.
— Мин Балтас районының Көндәшле ауылында тыуып үҫтем. Бала саҡтан уҡытыусы булыу хыялы мине хәҙерге ӨФһТУ-ның Бөрө филиалына башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлегенә алып килде. 2013 йылда ҡулыма диплом алдым. Хабаровск өлкәһенең Тулучи ҡасабаһында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлымды башланым. Һуңынан Бөрө ҡалаһында «Шишмәкәй» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булдым.
— Һеҙҙеңсә нимә ул ғаилә? Ғаиләгеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.
— Беҙҙең өсөн ғаилә төшөнсәһе – берҙәмлек, бер-береңә терәк булыу, аңлау, яратыу, бергә ваҡыт уҙғарыу, ғаилә йолаларын һаҡлау. Минең тормош иптәшем – Илгиз Марат улы. Ул төҙөлөш колледжын тамамланы һәм бөгөн Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй.13 йыл бергәбеҙ, өс ҡыҙыбыҙ бар. Улар ғаиләбеҙгә ҡот, йәм бирә. Өлкән ҡыҙыбыҙ Камилә — 2-се, Әминә 1-се класта уҡый, иң кескәйебеҙ Сәйҙә балалар баҡсаһына йөрөй.
Йәш сағымда үҙем дә төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнаша инем, ҡыҙҙарыбыҙҙың да һәләттәре күп. Улар Балалар сәнғәт мәктәбенә вокалға йөрөй. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ла ҙур теләк менән ҡатнашалар, уңыштары менән ҡыуандыралар.
— Һеҙ «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2024» асыҡ республика конкурсының төбәк этабында ҡатнаштығыҙ. Ниндәй тәьҫораттар алдығыҙ?
— Эйе, беҙ был конкурста ҡатнашып, «Ғаилә йолалары» номинацияһында өсөнсө урын яуланыҡ. Бындай конкурстар ғаиләне берләштерә, традицияларҙы, йолаларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
— Һеҙҙең ғаиләлә ниндәй тәрбиә принциптары, йолалар бар?
— Беҙ тормош иптәшем менән балаларыбыҙҙы үҙ-ара дуҫ-татыу, берҙәм итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Һәр ял бергәләп ҡоймаҡ бешерәбеҙ, көн һайын саф һауала йөрөйбөҙ. Сәйәхәт итергә яратабыҙ, санала, конькиҙа шыуабыҙ. Үҙебеҙ ҙә балаларыбыҙ өсөн өлгө булып, бәләкәйҙән ғаилә ҡиммәттәрен һеңдерергә тырышабыҙ. Өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, өйҙә ҡунаҡты йылы ҡаршы алырға, ә иң мөһиме – бер-береһенә ярҙам итергә өйрәтәбеҙ.
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Рәсилә Ғилемхан ҡыҙы! Ғаиләгеҙгә бәхет һәм шатлыҡтар теләйбеҙ.


Аделина Шәмсиева,
Камила Мөхәмәтова.

Башҡорт ғаиләһе көнө менән!
Башҡорт ғаиләһе көнө менән!
Автор:
Читайте нас: